Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 16:00

Һөнәрленең ҡулы алтын

Яҡташыбыҙ, отставкалағы подполковник Мөжәүир ҒАРИФУЛЛИН ишембайҙарға оҙаҡ йылдар Эске эштәр органдары хеҙмәткәре булараҡ таныш. Егерме йылға яҡын ул полицияла штаб начальнигы булып эшләй. Әммә Мөжәүир Исхаҡ улының ағастан төрлө әйберҙәр эшләү оҫтаһы икәнен күптәр белмәйҙер әле.

Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын

Стәрлебаш егете – Ишембайҙа

Мөжәүир Исхаҡ улы Стәрлебаш районының Буҙат ауылында Ғарифуллиндар ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң юғары һөнәри белемде Өфө ҡалаһында ала. Буласаҡ кәләше Земфира менән дә тап студент йылдарында танышып, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөйҙәр.
Земфира Ғәлинур ҡыҙының ата-әсәһе Ишембайҙа йәшәй. 1992 йылда йәштәр Ишембайға ҡайтып төпләнә. Хеҙмәт юлын Мөжәүир Исхаҡ улы Һул яҡ яр биҫтәһендә урынлашҡан мебель эшләү фабрикаһында ағас эше оҫтаһы булып башлай.

- Атайым ғүмере буйы колхозда слесарь-моторист булып эшләне, ул техниканы тулыһынса белә торғайны. Өлкән ағайым уның юлынан китте. Икенсе ағайым –
иретеп йәбештереүсе. Ике апайым – бухгалтер-иҡтисадсы. Шуға туғандар минең шөғөлгә ҡарап бер аҙ аптырап та ҡуя. Шулай ҙа әсәйемдең бер туған ҡустыһы
– Минетдин ағай балта оҫтаһы ине. Уның эшләгәнен күҙәтеп торорға ярата инем. Заманаһына күрә элек бөтә әйбер ағастан эшләнде бит. Минетдин ағай эргәһендә
ҡыҫылып йөрөп, үҙемә ағастан машина, трактор, пистолет эшләп ала торғайным, - тип хәтерләй Мөжәүир Исхаҡ улы.

Мебель фабрикаһында эшләгән йылдарҙа иһә тәү башлап ағастан юнып шкатулкалар эшләй. Хәҙер инде улар иҫтәлек булып өй түрендә һаҡлана. Шкатулка, икмәк
һауыттарын барлыҡ туғандарына ла бүләк итә ул. 

Исеменә күрә есеме

Мәҡәлә геройыбыҙҙың башҡорт дин эшмәкәре, халыҡ табибы, диндар Мөжәүир хәҙрәт менән исемдәш булыуы шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итте. Был һирәк осраған
матур исемде кем ҡушыуы тураһында ҡыҙыҡһындыҡ. - Бәләкәй саҡта иптәштәр ябай булмаған исемем өсөн үпкәләтеп тә бөтә торғайны. Тегеләй ҙә, былай ҙа борорҙар ине, - тип йылмая Мөжәүир Исхаҡ улы. - Исемде миңә атайым ҡушҡан. Әсәйем дә, мин дә күпме һорап ҡараһаҡ та, ниңә был исемде һайлауын әйтмәне. Әсәйем һөйләүенсә, атайым Баймаҡ яҡтарында йөрөп ҡайтҡандан һуң, “Улыма Мөжәүир исемен ҡушам”, тип әйтә. Билдәле булыуынса, Мөжәүир хәҙрәт Баймаҡ районында ерләнгән.

Ғәрәп теленән “Мөжәүир” һүҙе ғүмерлек уҡыусы тигәнде аңлата. Беҙҙең геройыбыҙ ҙа ғүмере буйы белем алыу, тәжрибә, оҫталыҡ туплау өҫтөндә.

Егерме йыл - Эске эштәр органдарында

- Мебель фабрикаһында ике йыл самаһы эшләп өлгөрҙөм. Туҡһанынсы йылдар башы, ауыр осор. Фабрика тарҡала башланы. Тап шул мәлдә Эске эштәр органдарында эшләгән Татьяна Николаевна Исаева фабрикаға заказ биреп, минең менән танышып, үҙҙәренә эшкә саҡырҙы. Шулай итеп 1993 йылдың аҙағында милицияға
эшкә килдем. Хаҡлы ялға сыҡҡансы егерме йыл Эске эштәр органдарында эшләнем. 2011 йылда милиция полиция тип үҙгәртелде. Бер йыл полицияның беренсе начальнигы булдым. Был осорҙа хатта балаларымды ла күрергә ваҡыт булманы. Иртән эшкә киткәндә – ғаиләм йоҡлай, кис ҡайтҡанда улар тағы йоҡларға ятҡан була,
- тип иҫкә төшөрә ул. – Йорт, бала ҡарау мәшәҡәттәре күпселек кәләшем Земфира иңендә булды. Бының өсөн уға мин сикһеҙ рәхмәтлемен.

Хаҡлы ялда булһа ла геройыбыҙ әлеге көндә банкта һаҡ хеҙмәте етәксеһе булып эшләй.

Бөрйән бураһынан йорт

Хаҡлы ялға сығыу менән Мөжәүир Исхаҡ улы Бөрйән районынан бура һатып алып, Бурансы биҫтәһендә йорт һала.

- Балта тотҡан ҡулдар үҙ оҫталығын онотмаған. Бура күтәреп, ҡыйығын япҡандан һуң, улым менән йортто эсле-тышлы матурланыҡ. Йорт эштәре бер аҙ бөткәс урам тирәһен йәмләп, ейәнемә ағастан балалар майҙансығын, ҡатынымдың теләген үтәп, яһалма ҡойо эшләнем, - ти геройыбыҙ. – Шунан ағастан өҫтәл эшләп ҡараным. Йортҡа үҙенсәлекле камин, ултырғыстар, бильярд өҫтәле эшләнем. Земфира менән Мөжәүир Ғарифуллиндар йорто ауылға нур бөркөп, балҡып тора.

Ябай ағасҡа йән өрә

Яратҡан шөғөлөңдө таба алыу – үҙе ҙур асыш. Һөнәре булған, ҡулынан эш килгән кешенең ерҙә һәр ваҡыт үҙ урыны, үҙ юлы һәм хеҙмәт емештәре була.

Мөжәүир Ғарифуллиндың да яратҡан шөғөлө яйлап кәсепкә әйләнеп, килем килтерә башлай. Ул эшләгән әйберҙәрҙе Өфө ҡалаһынан, Стәрлебаш, Федоровка райондарынан килеп алалар. Хатта Екатеринбургтан ҡыҙыҡһыныу белдереүселәр бар.

- Кешегә көнкүрештә уңайлы, ныҡлы булған ябай әйберҙәр кәрәклеген аңланым. Магазинда хәҙер күңелең теләгән мебель, әйбер бар. Мин инде ағастың үҙенсәлеген һаҡлап, тәбиғи итеп эшләүҙе өҫтөн күрәм. Буяу, лак менән буяуға ҡарағанда, махсус пропитка, етен майы менән буяуҙы үҙ итәм.

Таҡтаны һатып алһа, үҙенсәлекле әйберҙәр өсөн материалды ул үҙе әҙерләй: урманға һунарға сыҡҡанда ел ауҙарған ағас олондарын, ауырыу тип киҫелгән ағастарҙы машинаһына тейәп алып ҡайтып, бынамын тигән өҫтәл, ултырғыстар эшләп ултырта. Илһам сығанағын да ул тәбиғәттән ала. Төрлө ҡиәфәттәге ботаҡтар сәнғәт әҫәренә әүерелә.

Мөжәүир Исхаҡ улының үҙ оҫтаханаһы бар. Унда инструменттарҙың ниндәйе генә юҡ! Тағы ла яңы идеялар, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы токарь станогын да алырға ниәтләй оҫта. Көн дә кис эштән ҡайтҡас ике-өс сәғәт оҫтаханала булыша ул.

“Ҡартайырға ваҡыт юҡ!”

Земфира Ғәлинур ҡыҙы оҙаҡ йылдар Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә биреү учреждениеһында эшләй.

- Үҙемде бәхетле кеше тип әйтә алам, сөнки тормошта үҙ булмышымды таптым. Балалар менән ижад аша уртаҡ тел табам, - ти ул.

Мөжәүир Исхаҡ улы иһә ҡатынын илһамландырыусы, дәртләндереүсе һәм ғәҙел баһа биреүсе кеше тип атай. Ағастан эшләгән әйберҙәрҙе иң тәүҙә ул күрә, үҙ идеяларын әйтә.

- Иптәшем башына бер уй алһа, шуны тормошҡа ашырмайынса туҡтамай, - ти Земфира ханым. – Балыҡ тотоу, һунарға йөрөү ҙә уның яратҡан шөғөлдәре. Өс йыл көнөнә ике тапҡыр һыуыҡ һыу менән ҡойоноп сыныҡты. Күптән инде дин юлында. Хәҙер үҙен тулыһынса ағас эшенә бағышлай.

Ғарифуллиндарҙың ҡыҙҙары Эльмира ғаиләһе менән - Ишембайҙа, улдары Рөстәм Ҡазанда йәшәй. “Биш йәшлек ейәнем Максимда өмөт бар”, тип ҡыуана оҫта.

Олатаһының оҫтаханаһы – уның яратҡан урыны. “Ҡартайырға ваҡыт юҡ, йөрәк йәш!” тип оҫта яратҡан шөғөлөндә тағы ла камиллашыу, яңынан-яңы әйберҙәр эшләү, үҙ һәләтен ейәненә өйрәтеп ҡалдырыу кеүек матур хыялдар менән йәшәй.


Автор һәм Мөжәүир Ғарифуллиндың шәхси архивынан фотолар.

Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Һөнәрленең ҡулы алтын
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас: