Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар , 16:00

Ауыл хәбәрҙәре

Ҡышын үтә һыуыҡ көндәрҙә янғын хәүефе артыусан.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Ҡыҙыу итеп мейес яғыусылар, төҙөк булмаған электр йылытҡысын ҡулланыусылар, иҫерек килеш ятҡан урынында тәмәке тартыусылар был хәүефте тағы ла арттыра.

Үҙ биләмәһенең халҡын ут фажиғәһенән һаҡлау өсөн, Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте әленән әле рейдтар ойоштороп, халыҡты иҫкәртеп тора. Кисә Аҙнай ауылында тап ошондай рейд булды.

Яңғыҙ йәшәүсе инәй-бабайҙарға, йәш балалы, социаль яҡтан хәүефле ғаиләләргә йөрөп, янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдарын ҡарап, электр үткәргестәренә күҙ һалып, үҙҙәренә һаҡлыҡ сараларын онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртеп йөрөп сыҡтыҡ.

 

Фото: https://vk.com/public218218508

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Рәйфә ИМАНҒОЛОВА. Аҙнай ауылы.
Читайте нас в