-10 °С
Болотло
Урамдан үтеп барған Хәсән ейәне менән йөрәгән ҡайнағаһын күреп, уларҙың эргәһендә туҡталып китергә була.
Ирҙәр донъяларын онотоп һөйләшә башлай. Ниндәй темаға әңгәмәләшкәндәрҙер – кем белһен инде хәҙер? Былар ни эшләй икән, тип тәҙрәнән күҙ һалған Әнисә ни күрә:
ике ир һөйләшеп тора, ә комбинезондағы малай олатаһы эргәһендә күләүектә рәхәтләнеп китеп йөҙә. Баланың күңеле булған, кинәнгән генә, тик быны олатаһы ғына күрмәгән.
Хәҙер ул да егерме йәшкә яҡынлашып бара, тормоштан ҡәнәғәт булған мәлдәре күп булһын!
Фото: https://unsplash.com/