Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 14:00

Сит ил телен белгән бала

Себер тарафтарынан биш йәшлек Ратмирҙы ата-әсәһе йәйгелеккә өләсәһенә ауылға ҡайтара. Башҡортостандан алыҫта йәшәһә лә, бала туған телендә һөйләшкән була.Көндәрҙең береһендә әсәһенең бер туған һеңлеһе уны үҙ ауылына ҡунаҡҡа алып ҡайта.

Сит ил телен белгән бала
Сит ил телен белгән бала

Ратмир, апаһы ҡайҙа барһа ла, уның артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Бер саҡ улар урамдың теге осонда торған Ғәйшә әбейгә ҡунаҡҡа баралар.

- Бына бит улым килгән, ниндәй ҙур ҡунаҡ. Шулай булғас, Сәйлүн (Цейлон) сәйен һалайым әле, - ти ҡыуанған ҡарсыҡ.

Нисек кенә ҡыҫтамаһындар, Ратмир Сәйлүн сәйен эсмәй, хатта йотоп та ҡарамай. Аптыраған ҡатындар, ни булды ла ни булды, тип һорай. Малай апаһының эргәһенә
килеп, уның ҡолағына шыбырҙай:

- Апай, мин селәүсен сәйен эсмәйем.

Ошо саҡта табын артында ултырған ҡатындар “пырх” итеп ҡала, ярай әле «селәүсен» сәйенә сәсәмәйҙәр. Ратмирҙың был ауылдағы мажаралары ошоноң менән генә тамамланмай.

Уның ҡунаҡ булыуы апаһы менән еҙнәһенең яңы йорт һалған мәленә тура килде. Бер саҡ йонсоған апаһы төш мәлендә ятып тора, егерме минут серем итеп алһаң, арыу-талыу шунда уҡ юҡҡа сыға.

Әмәлгә ҡалғандай, уларға Ғәйшә ҡарсыҡ һуғылып сығырға була. Ихатала сиҙәмдә уйнап йөрөгән Ратмирға, апайың нишләй, өйҙәме, тип һүҙ ҡуша ул.

- Өйҙә, ул жоттай, - ти малай.

- Нимә, нимә? – ти аңламаған әбей.

- Апайым жоттай, тим бит, - Ратмир ҡарсыҡтың аңламауына тамам аптырай.

Һөйләшкән тауыштарҙы ишетеп, өйҙән хужабикә лә килеп сыға.

Сәй артында Ғәйшә ҡарсыҡ ҡатындан “жоттай” нимә була һуң, тип һорай. Баҡһаң, беҙҙеңсә “йоҡлай” була икән.

- Әәәәә, мин уны ниндәй телдә һөйләшә икән, тип уйланым, - ти Ғәйшә әбей.

Шулай итеп, сит ил телдәре белгесе, тәржемәсе булырға тейеш Ратмир бөтөнләй икенсе юлды һайланы. Төрлө фәндәрҙән һәләтле булды үҙе. Әлеге мәлдә информатика буйынса иң шәп белгес.

 

Фото: https://unsplash.com/

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: