Шундай һыуыҡ көндәрҙең береһендә дүрт-биш йәшлек Гөлсәсәк тышҡа уйнарға сыға. Әсәһе уны оҙаҡ йөрөттөрмәй, өйгә инергә саҡыра. Ҡыҙы керһә, ни күрә: пальтоһының түш тапҡырында һыҙат-һыҙат булып төкөрөк ҡатҡан.
- Нимә ул был? – тип һорай аптыраған әсәһе.
- Төкөрөк ҡатамы икән, тип уйлап, һауаға төкөрөп ҡараным. Мин төкөрәм, ә ул килә лә төшә, килә лә төшә. Барыбер уны ҡатыртам, тип, төкөрҙөм дә төкөрҙөм.
Ул ҡыҙыҡай үҫә төшкәс тә күп эксперименттар ҡуйҙы, ләкин улар күпкә етдиерәк ине.
Фото: https://unsplash.com/