Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ғинуар , 11:00

«ФотоКиноКвест»та ҡатнашығыҙ!

Йыл һайын районыбыҙҙың Йәштәр эштәре буйынса комитеты Студенттар көнөнә ҡарата «ФотоКиноКвест» ойоштора.

«ФотоКиноКвест»та ҡатнашығыҙ!
«ФотоКиноКвест»та ҡатнашығыҙ!

Унда ҡатнашыу өсөн кәмендә ике, иң күбе 10 кешенән торған команда тупларға кәрәк. Конкурс шарттарына ярашлы, Ишембай урамдары буйлап йөрөп, билдәләнгән ваҡыт эсендә төрлө темалар буйынса фото һәм видео төшөрөргә тура киләсәк. Еңеүселәргә бүләктәр әҙерләнгән. Ғаризалар 25 ғинуарға тиклем 8-917-383- 71-52 телефоны буйынса ҡабул ителә.

 

12+

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в