

«Күп ҡатлы йортто иң яҡшы хеҙмәтләндереү һәм йорт алды биләмәһен төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» республика конкурсында «Ишембай берҙәм заказсы дирекцияһы» муниципаль унитар предприятиеһы «Ҡала биләмәһендә иң яҡшы күп ҡатлы йорт» номинацияһында икенсе урын алды. Ҡаланың 3-сө торлаҡ-файҙаланыу
участкаһы «Ҡала биләмәһендә иң яҡшы подъезд» номинацияһында өсөнсө урынға лайыҡ булды. Сертификаттарҙы идара итеү компаниялары йортто һәм йорт алды территорияһын төҙөкләндереүгә тотона ала.