Йәмғиәт
9 Января 2023, 08:00

Исеме үҙгәрһә лә, маҡсаты шул уҡ ҡала

2023 йылда гәзитебеҙ биттәрендә “Редакция ҡунағы” рубрикаһын дауам итәсәкбеҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - районыбыҙ үҫешенә тос өлөш индергән яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең социаль фонды (элекке РФ Пенсия фондының Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы) начальнигы Илдар ЗӨЛҠӘРНӘЕВ.

Исеме үҙгәрһә лә, маҡсаты шул уҡ ҡалаИсеме үҙгәрһә лә, маҡсаты шул уҡ ҡала
Исеме үҙгәрһә лә, маҡсаты шул уҡ ҡала

- Илдар Фәрүр улы, әңгәмәбеҙ башында ошо көндәрҙә һеҙҙең идаралыҡта булған ҙур үҙгәрештәр хаҡында һөйләп үтегеҙ әле.

- 2023 йылдың 1 ғинуарынан Пенсия фонды менән социаль страховкалау фонды берләшеп, Рәсәйҙең социаль фонды эшләй башланы. Быға тиклем Пенсия фонды
аша пенсия, социаль түләүҙәр, балаларға тейешле пособиелар, әсәлек капиталы ала инек. Ә социаль страховкалау фонды аша эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса
“больничный”ҙар, бала тапҡан өсөн пособиелар, ял йорттарына юлламалар бирелде. Ике фонд берләшһә лә был түләүҙәр үҙгәрмәй, дауам итәсәк. Рәсәй социаль фонды аша балаларға һәм йөклө ҡатындарға берҙәм пособие һәм бала тыуғас уға өс йәш булғансы бирелә торған аҡса түләнә башлаясаҡ. Барлыҡ федераль түләүҙәрҙе хәҙер “бер тәҙрә” режимында алырға мөмкин буласаҡ. Пенсиялар иһә элек нисек иҫәпләнгән – шулай дауам итәсәк.

- Билдәле булыуынса, 1 ғинуарҙан балаларға берҙәм пособие индерелде. Ул кемдәргә тәғәйенләнәсәк?

- Һуңғы йылдарҙа төрлө йәштәге балалар өсөн яңы түләүҙәр барлыҡҡа килде. Хәҙер улар бер пособиеға берләшә, уны йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм 17 йәше тулмаған балаларҙың ата-әсәләре алырға мөмкин. Берҙәм пособие 12-се аҙнаға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иҫәпкә торған йөклө ҡатындарға федераль түләүҙәрҙе, беренсе балаға түләүҙәрҙе, өсөнсө бала тыуғанда түләүҙәрҙе, 3-8 йәшлек балаларға һәм 8-17 йәшлек балаларға түләүҙәрҙе үҙ эсенә ала. Пособие шулай уҡ уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға йәки тәрбиәгә бала алған балаларҙың попечителдәренә лә ҡағыла.

Берҙәм түләү мохтаждарҙың яңы категорияларын үҙ эсенә ала. Әгәр хәҙер ике балаһы булған ғаиләләр өс йәшкә тиклемге балаларға бюджеттан ярҙам ала алмаһа, берҙәм пособие индерелгәндән һуң улар ҙа дәүләттән ярҙам аласаҡ. Өсөнсө һәм артабанғы балаларға түләүҙәр бөтә төбәктәрҙә лә булманы, ә хәҙер ярҙам, сиратына ҡарамаҫтан, бөтә балаларға ла биреләсәк. Аҙ килемле ғаиләләргә пособие түләү ҡағиҙәләре генә унификацияланмай — әсәлек капиталынан түләү ҡағиҙәләре лә берҙәм буласаҡ. Әгәр килеме ике йәшәү минимумынан кәмерәк булған ғаиләләр икенсе балаға ғына әсәлек капиталынан айлыҡ түләүҙәрҙе рәсмиләштерә алһа, хәҙер сират мөһим түгел — уларҙы баланың иҫәбе буйынса алырға мөмкин. Был түләүҙе берҙәм пособиеға өҫтәп алырға була. Шулай итеп, ҡайһы бер ғаиләләрҙең бер балаға бер юлы ике йәшәү минимумы — берҙәм пособие һәм әсәлек капиталынан түләүҙәр алыу мөмкинлеге буласаҡ. Дәүләттән ярҙам алған ғаиләләр элекке түләүҙәрҙе алыуын дауам итә йәки берҙәм пособиеға күсә ала. Берҙәм пособиеға ғаризаны «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша йәки социаль фонд бүлексәләрендә бирергә мөмкин. Килеме түбән булған ғаиләләр өсөн социаль түләү күләме төбәктәге йәшәү минимумынан 50, 75 йәки 100 процент тәшкил итә. 2023 йылда Рәсәй буйынса уртаса 7 мең, 10,5 мең һәм 14 мең һум була. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иртә срокта иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға пособиелар ҙа артасаҡ һәм ул шулай уҡ эшкә һәләтле халыҡ өсөн төбәк йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итәсәк.

- Ғаиләләргә түләүҙәр нисек билдәләнә?

- Социаль фонд, бөтә ғаилә ағзаларының килемен, мөлкәтте иҫәпкә алып, шулай уҡ ата-әсәләрҙең хеҙмәт килеме булған осраҡта ғына пособие тәғәйенләй ала. Пособиены иҫәпләгәндә ғаиләнең бөтә килеме лә иҫәпкә алынмай. Мәҫәлән, мобилизацияланған граждандарҙың Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән өсөн түләнгән килеме һәм аҡсалата тәьмин ителеүе, социаль контракт буйынса алынған аҡсалар, һалым ҡайтармалары һәм башҡа түләүҙәр иҫәпкә алынмай. Бындай килемдәрҙең булыуы пособие тәғәйенләүгә ҡамасауламаясаҡ.

- Пенсия, төрлө социаль түләүҙәр өлкәһендә тағы ниндәй мөһим үҙгәрештәр бар?

- Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләре менән эш итеү буйынса ҡануниәттә үҙгәрештәр бар. Әгәр ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир һәләк булһа, уның ата-әсәһенә икеләтә пенсия тәғәйенләнә (55 йәштән ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәштән ир-егеттәргә). Бындай хеҙмәт беҙҙең илдә электән бар ине. Ул хәрби хеҙмәт үтәгән ваҡытта һәләк булған һалдаттарға ҡағылды. Хәҙер улар иҫәбенә мобилизацияланған ирегеттәрҙе лә индерҙеләр. Шулай уҡ яугирҙың балаларына ла пенсия тәғәйенләнәсәк. Ә ҡатындың “махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының тол ҡатыны” тигән статусы буласаҡ. Әлегә бындай мөрәжәғәттәр күп түгел, шулай ҙа килеүселәр бар. Бынан тыш, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан күсеп килгән ҡасҡындарға хәҙер беҙҙең илдең пенсияһы тәғәйенләнәсәк. Уларға ҡағылышлы ла айырым ҡанундар ҡабул ителде.

- Билдәле булыуынса, 2019 йылдан пенсияға сығыу йәше үҙгәрҙе. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар хәҙер нисә йәштән хаҡлы ялға сыға?

- Ҡатын-ҡыҙҙар – 60 йәштән, ир-егеттәр 65 йәштән хаҡлы ялға сыға. Ошоға бәйле беҙгә күптәр төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Ағымдағы йылдың 4 ноябрендә Рәсәй Президенты ҡануниәткә индергән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер ир-егеттәр 42 йыл эш стажы булғанда ике йылға алдан пенсияға китә ала. Шул уҡ ваҡытта элек әрмелә хеҙмәт итеү осоро иҫәпкә алынмай ине. Хәҙер әрмелә хеҙмәт итеү осоро ла эш стажына индерелә. Ир-егеттәр хәрби хеҙмәт итеп, кемдер бер, ике, өс йыл буйы илебеҙҙе һаҡлай – был йылдарҙы ла эш стажына индереү бик дөрөҫтөр тип уйлайым. Ә ҡатын-ҡыҙҙар иһә 37 йыл эш стажы булған осраҡта ике йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Әммә балаларҙы ҡарау осоро эш стажына индерелмәй. Ҡатындың өс балаһы булһа – ул өс йылға, дүрт балаһы булһа дүрт йылға алдараҡ, биш һәм унан күберәк балалары булғанда 50 йәштән хаҡлы ялға сыға ала. Дөйөм әйткәндә, пенсия тәғәйенләү өлкәһендә үҙгәрештәр булып тора. Әлбиттә, халыҡ уларҙың бөтәһен дә белеп етмәүе мөмкин. Тап шуның өсөн беҙ халыҡ менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ, халыҡты ҡабул итеүҙәрҙә ҡатнашабыҙ, йәштәр өсөн йыл да пенсия грамоталығы көндәре уҙғарабыҙ. Һәр кем үҙ һаулығын хәстәрләгән кеүек, пенсияһы тураһында ла алдан үҙе уйларға, йәшләй үк хаҡлы ялда яҡшы пенсия алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеген белергә тейеш.

- Ишембай ҡалаһы һәм районында Пенсия фондының барлыҡҡа килеүе, әлеге эшләү шарттары тураһында һөйләп үтегеҙ әле.

- 1990 йылдың 22 декабрендә Рәсәйҙә пенсия фонды булдырыла. Башҡортостанда иһә пенсия фонды 1998 йылдың 22 ғинуарында барлыҡҡа килә. Шул уҡ йылда Ишембай ҡалаһында һәм районында айырым пенсия фонды идаралығы төҙөлә. Ҡала менән район берләшкәндән һуң 2000 йылдың 2 мартында фонд ҡушылып, Ишембай ҡалаһы һәм районында пенсия фонды идаралығы барлыҡҡа килә. Тәүге йылдарҙа ҡалала фонд менән Владимир Кононов, ә районда Дамир Гәрәев етәкселек итә. Ике фондты берләштергәндән һуң Наилә Фәхриева етәксе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдың 14 майынан мин пенсия фонды идаралығы начальнигы булып эшләйем. Биш йыл инде хаҡлы ялда булһам да, яратҡан эшемде ҡалдырырға уйламайым. Мәрхүм атайыма оҡшап кешегә ярҙам итеүҙе өҫтөн ҡуям. Кемгәлер ярҙамым тейһә үҙемде тағы ла бәхетлерәк тоям. Коллективта 42 хеҙмәткәр эшләй, күбеһе - ҡатын-ҡыҙҙар. Гүзәл заттар коллективында эшләүҙең үҙ нескәлектәре бар. Беҙҙең белгестәрҙең һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай, урынына еткереп үтәй. Ниндәй генә эш булмаһын, иң мөһиме кеше менән уртаҡ тел таба белеү мөһим. Шулай ҙа үҙ хеҙмәтеңде яратырға, һәр ваҡыт белемеңде камиллаштырырға, байытырға кәрәк.

- Илдар Фәрүр улы, һеҙ районда яҡшы етәксе генә түгел, матур ғаилә пары булараҡ та билдәлеһегеҙ. Тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Ҡатыным Илүзә - Әлшәй районынан. Яр-Бишҡаҙаҡ ауылында йорт һалып сыҡтыҡ. Ике бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Айгөл ҡыҙым минең юлды дауам итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы пенсия фондында эшләп йөрөй. Кемран исемле ейәнем менән Эмира исемле ейәнсәрем бар.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!


Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас