Йәмғиәт
8 Января 2023, 07:00

Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы

Оло быуын кешеләренең үҙҙәренә генә хас баҫалҡылығы һәм олпатлығы һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Шундай аҡһаҡалдарҙың береһе – Әмир ФӘЙЗУЛЛИН данлыҡлы Смаҡай ауылында йәшәй, ул ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләргә йыйына. Яңы Йыл алдынан Әмир Бәхтийәр улы менән ихласлап әңгәмәләшеп алдыҡ, ул күберәк бала һәм йәш сағын иҫкә төшөрөп һөйләне.

Ауылдың абруйлы аҡһаҡалыАуылдың абруйлы аҡһаҡалы
Ауылдың абруйлы аҡһаҡалы

- Беҙ, һуғыш осоро ауырлыҡтарын кисергән малайҡыҙҙар – бала саҡтан эшләп, нығынып үҫкән быуын. Бер саҡ пром-колхоз рәйесе Ғиниәтулла Рәхмәтуллин бер нисә малайға йәш тайҙарҙы өйрәтергә ҡушты. Улар араһында мин дә бар инем. Шулай итеп, хеҙмәт юлым 11 йәштән үк башланды. Яҙын үҙебеҙ өйрәткән тайҙарҙы егеп, баҫыуға сәсеүгә сыҡтыҡ. Ул йылдарҙа Смаҡайҙа артель ойошторолғайны, уларҙың ҡушҡанын үтәп тә, ат менән төрлө нәмә ташыным, – тип иҫләй был хаҡта Әмир бабай. – Атайым герман һуғышында башынан аҙағынаса ҡатнашып, күп орденмиҙалдар тағып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтты. Ауыр, михнәтле йылдарҙа ауылда бригадир, колхоз рәйесе вазифаларын башҡарҙы.

Әмир Фәйзуллин армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, тракторсы һөнәренә уҡып сығып, автотранспорт контораһында эш башлай. Командировкалар менән республиканың ниндәй урынында ғына булмай ул, хатта күрше Ырымбур өлкәһенә тиклем барып етә. Ул был һөнәренә 26 йыл буйы тоғро ҡала. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡалаға йөрөп ҡарауылда эшләй. Эшкә тилбер, тиктормаҫ яҡташыбыҙ хеҙмәт юлын саҡ 72 йәштә генә тамамлай.

Аҡһаҡалдың ғаиләһенә килгәндә, ул ҡатыны Миңлегөл Әҙелгәрәй ҡыҙы менән Гүзәл, Шамил, Флүр, Римма, Нәфисә һәм Камил исемле балаларға лайыҡлы тәрбиә биреп, ҙур тормош юлына аяҡ баҫтыра. Әйткәндәй, кәләште Әмир бабай армияға тиклем ала, унда киткәндә ҡыҙҙары Гүзәлгә өс ай тулған була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул бер нисә йыл элек хәләл ефетен һуңғы юлға оҙата.

- Атайыбыҙ – үтә ғәҙел, намыҫлы һәм йомарт кеше. Бер ҡасан да уға ике йөҙлөлөк хас булманы. Яҡыныбыҙ эш һөйҙө, ә эш уны тағы ла нығыраҡ яратты. Ошоғаса ауылдың йәмәғәт эшенән дә, өмәләрҙән дә ҡалманы. Ғаиләлә әсәйебеҙгә ла, балаларына ла итәғәтле, ихтирамлы булды, - тип ихлас уртаҡлашты өлкән ҡыҙы Гүзәл. – Үҙебеҙ олоғайып барһаҡ та, ул – беҙгә оло терәк. Сәй артында уның иҫтәлектәрен тыңлау – үҙе бер матур мәл. Уның артабан да бәхетле ҡартлыҡ күреүен теләйбеҙ.

Әмир Фәйзуллин бөгөнгө көндә – һигеҙ ейәнейәнсәргә, туғыҙ бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай һәм ҡартолатай. Улар шундай кешеләре булыуҙары менән бәхетле икәндәрен аңлап йәшәй, уның йортонда йыш бергәләшеп йыйылыша.


Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас