

Хөрмәтле Ишембай халҡы!
Православие динен тотоусылар!
Һеҙҙе, Христос Раштыуаһы - православие динен тотҡан һәм уның менән үҙенең рух һәм мәҙәни нигеҙҙәрен бәйләгән яҡты байрам менән ихлас ҡотлайым!
Раштыуа православие диненең тәрән мәғәнәһен - тыныслыҡтың, изгелектең, яҡындарға һөйөүҙең юғары әхлаҡи ҡиммәттәрен сағылдыра. Православие христиандары өсөн был һәр ваҡыт мөғжизә көткән осор, яңырыу байрамы. Беҙҙең ҡалала һәм районда, бөтә республикалағы кеүек үк, дини ойошмаларҙы үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Башҡортостандың православие һәм мосолмандар йәмәғәтселеген ихлас татыулыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу мөнәсәбәттәре бәйләүе айырыуса мөһим. Бөгөнгө тынғыһыҙ ваҡытта беҙ барыбыҙ ҙа был ҡаҙаныштар менән ғорурлана алабыҙ һәм бар яҡлап һаҡларға бурыслыбыҙ.
Раштыуа байрамы һеҙгә яҡшы кәйеф, мөхәббәт, ышаныс һәм рухи нур бүләк итһен! Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото: Гөлназ Ғиниәтуллина