

Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы был фестивалде йыл һайын ойоштора. Ишембайҙа йәшәүсе Елизавета Фәхриева Федерация Советының “Батырлыҡ күрһәткәне өсөн” иҫтәлекле миҙалы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Янғында ҡотҡарыу өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
11 йәшлек Елизавета янғындан биш кешене ҡотҡара. Фажиғә 2022 йылдың авгусында Ишембайҙа була. Өләсәй алты ейәне менән өйҙә ҡала. Балалар бер бүлмәлә, өләсәй икенсе бүлмәлә йоҡларға ята. Төтөн еҫенә һәм янғынды иҫкәртеүсе ҡорамал тауышына уянып киткән ҡыҙ шунда уҡ һеңлеләрен һәм ҡустыһын уята башлай. Уларға төтөн тулған бүлмәнән сығырға ярҙам итә.
Фото: Ксения Калинина