Йәмғиәт
5 Ғинуар 2023, 12:00

“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа

Беҙҙең ҡалаға эш сәфәре менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин килде. Ул Ишембай үҙәк район дауаханаһында булды.

“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа

- Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, беҙ беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү менән шөғөлләнәбеҙ. Шуға ла байрам көндәрен райондарға сығыуҙы арнаныҡ. Мин һәм урынбаҫарҙарым менән ни өсөн проблемалар булыуын яҡшыраҡ аңлау һәм уларҙы кәметеү өсөн район дауханаларында буласаҡбыҙ. Һәр ерҙә төрлөсә, кадрҙарға ҡытлыҡ та бар, ҡайҙалыр ойоштороу ҡарарҙары ғына кәрәк. Ләкин пациенттарыбыҙ менән аралашҡанда уларға нимә етмәүен һәм уңайлыҡты яҡшыртыу өсөн нимә эшләй алыуыбыҙҙы анығыраҡ аңларға кәрәк, - тип һөйләй Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры.

Бөгөн һәм иртәгә беҙҙең территорияла күсмә комплекс эшләй. Оториноларинголог, ревматолог, невролог һәм эндокринолог кеүек белгестәрҙән торған бригадалар районыбыҙ халҡына консультация ярҙамы күрһәтә. Айрат Рәхмәтуллин үҙе лә Ишембай пациенттарын ҡабул итте.

 

Автор фотолары

“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
“Сәләмәтлек поезды” - Ишембайҙа
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас