

Ҡыш Бабай рус фольклоронда славяндарҙың дәүләте ойошҡан осорҙа барлыҡҡа килһә, уның ейәнсәре Ҡарһылыуҙың тыуған көнө – 1873 йыл. Сөнки тап ошо йылда Александр Островский данлыҡлы “Ҡарһылыу” исемле пьесаһын яҙа. Әйткәндәй, авторҙың идеяһы буйынса Ҡарһылыу Ҡыш Бабайҙың ҡыҙы була, аҙаҡтан башҡалар уны ни өсөндөр ейәнсәренә әйләндерә. Шулай итеп, Ҡарһылыу – ул әҙәби персонаж. Ҡар ҡыҙы тураһында матур әҫәр күптәрҙең күңеленә хуш килә. Шул осорҙа билдәле меценат Савва Мамонтов уны Мәскәүҙә Абрамцевский түңәрәге сәхнәһендә ҡуйҙыртырға теләк белдерә. Костюмдың авторы рәссам Виктор Васнецов була. Һуңғараҡ Ҡарһылыу образы өҫтөндә тағы ике ижадсы эшләй. 1898 йылда рәссам Михаил Врубль декоратив панно яҙа. 1912 йылда Николай Рерих Ҡарһылыу образын үҙенсә тулыландыра.
Шулай итеп, Ҡарһылыу персонажы Яңы йыл байрамдарында тиҙ урын ала. Тора-бара ул Ҡыш Бабайҙың ейәнсәренә һәм ярҙамсыһына әйләнә. 1927-1935 йылғы репрессияларҙан һуң Ҡарһылыу оҙаҡҡа юғала, ни бары 1950-се йылдар башында ғына байрамдарға яңынан ҡайтартыла. Быға балалар яҙыусылары Лев Кассиль һәм Сергей Михалков көс һала, улар Кремль шыршыһы өсөн сценарийҙар яҙған була. Шулай итеп, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыу Яңы Йыл байрамының төп атрибутына әйләнә.
Фото авторҙың архивынан