Барыбыҙ ҙа яратҡан байрамдарҙың береһе – Яңы йыл яҡынлашып килә. Беҙ уны ҡаршылағанда Кремль куранттарының тантаналы һуғыуынан һуң яңғыраясаҡ тауышта дуҫтарыбыҙ, күршеләребеҙ һәм бөтә илебеҙ менән берҙәмлек тоябыҙ.
Беҙҙең муниципаль район өсөн, бөтә илебеҙгә кеүек, 2022 йыл фиҙаҡәр хеҙмәт йылы ғына түгел, ә етди һынауҙар осоро ла булды. Уҙып барған йылда илебеҙ нацизм менән көрәшкә күтәрелде. Өлөшләтә мобилизация сиктәрендә ир-аттарыбыҙҙы махсус хәрби операция барған урынға оҙаттыҡ. Ундағы яҡташтарға, уларҙың ғаиләләренә мөмкин булған тиклем мораль һәм матди ярҙам күрһәтәбеҙ. Мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә ҡарата илдә һәм республикала ҡабул ителгән саралар буйынса йөкләмәләрҙе үтәйбеҙ.
Шул уҡ ваҡытта иҡтисад өлкәһендә лә ыңғай үҫеш күҙәтелә. “Алға” махсус иҡтисади зонаһы предприятиелары уңышлы эшләп килә. Уҙған йылда федераль һәм республика власы ярҙамында социаль объекттарҙың төҙөлөшө һәм капиталь ремонты буйынса ҙур эштәр башҡарылды. Мәғариф һәм медицина өлкәһендә матди-техник база нығытылды. Шулай уҡ миллионлаған капиталь һалыуҙар беҙҙең тораҡ пункттарҙың коммуналь һәм транспорт инфраструктураһына йүнәлтелде. Спортсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм һәләтле балалар үҙ ҡаҙаныштары менән барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы. Уҙып барған йыл ҙур юбилей – Башҡортостан нефтенең асылыуына 90 йыл тулыу менән билдәләнде. Был тарихи дата менән унар меңләгән кешеләрҙең яҙмышы бәйле, яратҡан ҡалабыҙ үҙ башланғысын ошонан ала.
Яңы йылда муниципаль район республика менән берлектә сәйәси үҫештең мөһим осорона аяҡ баҫасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар үтәсәк, ауыл биләмәләре Советтарына депутаттар һайланасаҡ. Был һайлау кампаниялары лайыҡлы үтер, тип ышанабыҙ.
2022 йылды оҙатҡанда фиҙаҡәр хеҙмәтебеҙ ярҙамында күп нимәгә өлгәшеүебеҙҙе асыҡ аңлайбыҙ. Киләсәккә пландар күп әле.
Ҡәҙерле дуҫтар! Муниципаль райондың барса халҡын Яңы 2023 йыл менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Байрам төнөндә берберебеҙгә иң изге теләктәрҙе еткерәйек: һаулыҡ, уңыш,
муллыҡ, ғаиләлә һәм илдә тыныслыҡ, оло быуынға – иғтибар һәм хәстәрлек, ә балаларға – йылы атай йорто, һөйөү менән бағыу. Һис шикһеҙ, быларҙың бөтәһе лә тормошҡа ашыр! Яңы Йыл менән, хөрмәтле ишембайҙар!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.