

Етеп килгән Яңы йыл уңайынан иң изге теләктәребеҙҙе ҡабул итегеҙ! Беҙ тик яҡшыға өмөт итеп, иртәгәһе көнгә оло ышаныс менән тарихта ҡаласаҡ 2022 йылды оҙатабыҙ.
Алда бихисап яҡты байрам көндәре. Уларҙы ғаиләбеҙ, туғандар, дуҫтар менән бергә имен-аман ҡаршыларға, тотош йылға етерлек матур тәьҫораттар, көс-дәрт алып, үҙебеҙҙе изге ниәттәргә, матур эштәргә көйләргә булһын. Яңы йылға аяҡ баҫыу яуаплы мәл ул, нисек башлайһың – шулай дауам итә, тиҙәр. Ошоно онотмай, тылсымлы минуттарҙа бергәләп еребеҙгә именлек, халҡыбыҙға сәләмәт рух һәм иман, һәммәбеҙгә һаулыҡ, мөхәббәт, етеш тормош теләргә онотмайыҡ! Яңы йыл ҡыуаныстарға бай булһын!