Йәмғиәт
30 Декабря 2022, 09:00

Райондаштар өсөн өсләтә бәхет

Яңы йыл ишембайҙар өсөн ҡыуаныслы ваҡиға менән хәтерҙә ҡаласаҡ – 28 декабрҙә Әрметрәхим, Әхмәр һәм Ҡанаҡай ауылдарында өр-яңы фельдшеракушерлыҡ пункттары асылды.

Райондаштар өсөн өсләтә бәхетРайондаштар өсөн өсләтә бәхет
Райондаштар өсөн өсләтә бәхет

Әрметрәхим ауылы халҡы был ваҡиғаны оҙаҡ йылдар түҙемһеҙлек менән көттө. Элекке фельдшер-акушерлыҡ пункты бинаһы иҫкереү сәбәпле уны һүтәләр. Ә ФАП тәүҙә урындағы мәктәп, шунан мәҙәниәт йорто бинаһына күсерелә. Ауылдарҙа олоһо ла, кесеһе лә фельдшерға күҙ терәп тороуы, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе бөтәһенә лә яҡшы билдәле. Шуға күрә ауыл халҡы айырым бинала булған фельдшер-акушерлыҡ пунктына мохтаж ине. Уларҙың теләген тормошҡа ашырып, “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау” программаһына ярашлы бында заманса бина төҙөлә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡты хеҙмәтләндереү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булдырылған. Иҫтәлекле ваҡиғала ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы, ауылдаштарҙы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыр-бейеү, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡаршы алды.

- Әрметрәхим - матур ауыл. Йылдан-йыл үҫешә, төҙөкләндерелә. Бөгөн асылған яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылға йәш белгестәрҙең ҡайтыуына өмөт бирә, - тине
муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙ сығышында.

Байрам тантанаһында шулай уҡ республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш баш белгесе Борис Шәрипов, Ишембай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Янышев та ҡатнашты.

- Был социаль объект урындағы һәм күрше-тирә ауылдар халҡы сәләмәтлеге өсөн оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк. Үҙ фельдшерығыҙҙы яратығыҙ һәм хөрмәт итегеҙ, сөнки ул һеҙҙең һаулыҡ һағында тора, - тине Борис Мөхтәр улы.

Әрметрәхим ауылында 195 кеше теркәлгән, уларҙың 31-е - балалар. Әлегә ауылда даими эшләйәсәк фельдшер юҡ. Петровск ауылынан Гүзәл Вәлиева Әрметрәхимгә килеп, дүшәмбе-кесе йома көндәре 09.00-12.00 сәғәттәрҙә халыҡты хеҙмәтләндерәсәк. Гүзәл Нурулла ҡыҙы - тәжрибәле белгес. Был вазифала ул 1990 йылдан алып эшләй.

- Мөмкинселектән сығып, ауыл халҡына мәктәп тамамлаясаҡ балаларығыҙҙы һөнәр алыу өсөн медицина йүнәлешендәге уҡыу йорттарына ебәреүегеҙҙе һорайым. Быға тиклем фельдшерлыҡҡа уҡыу өсөн дүрт йыл кәрәк булһа, 2023 йылдан ул өс йылға үҙгәртелде. Беҙ медицина юлын һайлаясаҡ Ишембай йәштәренә маҡсатлы йүнәлтмә бирергә әҙер. Табип – ҡыҙыҡлы ла, хөрмәт ҡаҙанған һөнәр ҙә. Ситтән килгән кешене ауылға эшкә йәлеп итеүе еңел түгел. Шуға ла үҙ балаларығыҙҙы медицина юлынан ебәрегеҙ, - тип мөрәжәғәт итте Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Янышев.

Петровск ауыл биләмәһе Советы депутаты Наил Шәрәфетдинов барлыҡ ауылдаштар исеменән республика һәм район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһына Әхмәр ауылы халҡы ла дәррәү йыйылды. Ҡунаҡтарҙы “Тулған ай” вокал ансамбле таҡмаҡтар йырлап ҡаршы алды.

- Ауылыбыҙҙа ФАПтың барлыҡҡа килеүе Әхмәр халҡының медицина ярҙамын алыуын күпкә еңеләйтә. Медицина учреждениеһы заманса талаптарға һәм санитар нормаларға яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, - тип уртаҡлашты 32 йыл медицина өлкәһендә эшләүсе Винера Ибраһимова. – Ауылыбыҙ ҙур. 700-ҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Уларҙың 180-гә яҡыны балалар.

Ишембай үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Янышев белдереүенсә, ФАП-ҡа тиҙҙән интернет үткәреләсәк һәм фельдшер дауаланыусыларға бушлай дарыуҙар рецебын яҙып бирә, эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын астыра аласаҡ.

- Дин хәҙистәрендә һәр бер ауылда табиптар булһын тип әйтелә. Аллаһы Тәғәлә беҙҙең менән бергә ауырыуҙарын да бар иткән. Шуның өсөн беҙ медицина ярҙамына мохтаж. Тәнгә ауырыу йоҡҡанда, шифа эҙләп беҙ ФАП-ҡа киләбеҙ. Фельдшерыбыҙ Винера Ибраһимова беҙҙе шифалы ҡулдары, йылы һүҙҙәре менән дауалай. Бөтәһенә лә тән, йән сәләмәтлеге, имен тормош теләйем, - тигән теләктәрен еткерҙе Әхмәр ауылында йәшәүсе Гөлдәр Әминова. 


Ҡанаҡай ауылында утыҙ йылға яҡын ҡуртымға алынған бинала эшләп килгән медицина пункты, ниһайәт, айырым биналы булды. Ауылдың ветерандар Советы рәйесе Гөлсәсәк Шәрипова һүҙҙәренсә, Ҡанаҡайҙа тәүге медицина пункты уҙған быуаттың 60-сы йылдарында асыла. Унда башлап Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, һуғышта хәрби медсестра булған Татьяна ханым эшләй. Төрлө йылдарҙа ул магазин эргәһендәге бәләкәй генә ағас йортта, әлеге мәсет  урынында төҙөлгән ике яҡлы ағас йорттоң бер яғында урынлаша. 1979 йылда фельдшер Фәрихә Хәсәноваға алмашҡа Гөлсинә Аҡбулатова эшкә ҡайта. Быға тиклем ул Ишембайҙа “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтендә эшләп өлгөрә. Башҡортостандың атҡаҙанған медицина хеҙмәткәре булған Гөлсинә Ғилметдин ҡыҙы 40 йылға яҡын ғүмерен ауыл халҡы һаулығын һаҡлауға бағышлай.

- Быға тиклем иҫке, һыуыҡ бинала эшләргә тура килде. Азамат Фәрит улы Абдрахманов Ишембай районы хакимиәте башлығы булған осорҙа ауылда яңы ФАП төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыҡты һәм бына бөгөн беҙ яңы, яҡты бинаға ҡыуанабыҙ. Ауылда 600-ҙән ашыу кеше теркәлгән, балалар һаны ла күп, - тип уртаҡлашты фельдшер.

Яңы асылған ФАП-тарға райондаштар килеп, рух ныҡлығы һәм сәләмәтлек алып ҡайтһын, медицина учреждениелары оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен, тигән теләктәбеҙ.


Автор фотолары.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас