Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 11:00

Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар

Ишембай районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте тағы ике ғаиләгә ярҙам иткән.

Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙарЯңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар
Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев әйтеүенсә, уларға Һайрандан Рәмзиә Рәхмәтуллина менән Яңы Әптектән Юлиә Зәйнуллина ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Ике ғаиләгә лә ярҙам күрһәтелеп, утын алып килеп бушаталар.

Әйткәндәй, Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә октябрь-ноябрь айҙарында ла ярҙам күрһәтеп, берәүҙәргә утын, икенселәргә бесән алып барҙы. Бөгөнгө көнгә ҡарата башҡа мөрәжәғәттәр юҡ.

 

Фото Һайран ауыл биләмәһе хакимиәте архивынан

Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар
Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар
Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар
Яңғыҙҙарын ҡалдырмайҙар
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас