Йәмғиәт
26 Декабрь 2022, 06:00

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ

Ошо көндәрҙә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу буйынса Ишембай районы муниципаль районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһенә ҡараған Әптек ауылы халҡының дөйөм йыйылышы үтте.

Мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡМөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ
Мөмкинлектән файҙаланып ҡалайыҡ

Ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошов Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса үткән йылдарҙа ниндәй эштәр башҡарылыуын ҡыҫҡаса һөйләп үтте. Программа 2014 йылдан эшләй. Был ауыл халҡының йәшәйешен яҡшыртыу, биләмәне төҙөкләндереү өсөн бик уңайлы ысул. Әйтергә кәрәк, был йыйылышта Әптек ауылы халҡы трактор өсөн аҫылмалы ҡоролма һәм арба алырға кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Сөнки трактор бар, әммә уның арбаһы, бесән сапҡысы һәм ҡар көрәгесе юҡ. Көн тәртибендә ҡоролмалар алыу мәсьәләһе проектҡа индерелде.

- Беҙ Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында йыл да ҡатнашабыҙ. Ысынлап та, тракторыбыҙ бар, әммә уны эштә ҡулланыу өсөн ҡоролмалары юҡ. Был проектты финанслау күпме торасаҡ? Тракторға ҡоролма алыу өсөн 1038 000 һум аҡса кәрәк. уның 650 мең һумын республика бюджетынан һорарға уйлайбыҙ. Ауыл халҡынан 138 мең һум аҡса йыйыу күҙаллана. Муниципаль бюджет 140 мең һум бүләсәк. “Едих Е.В.” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе 110 мең һумлыҡ бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтә. Дәүләт беҙгә аҡсалата ярҙам итә икән, мөмкинлектән файҙаланып ҡалырға кәрәк! – тип, халыҡты берҙәм ҡушылырға саҡырҙы Айнур Миңлеғәли улы.

Программаны бойомға ашырыу өсөн биш кешенән торған инициатив төркөм һайланды, һәр йорттан 500 һум аҡса йыйырға килешелде. Ауыл халҡының был проекты хупланыр, тип ышанғы килә.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас