Йәмғиәт
20 Декабря 2022, 09:00

Йәшәү асылын тойоп

Яҡташыбыҙ, Кинйәкәй ауылы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, әле лә яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, балаларға белем һәм тәрбиә биреүен дауам иткән, ошо көндәрҙә үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләгән Сәриә Фазулла ҡыҙы Һөйәрғолова ИШКИНИНА бөгөн редакциябыҙ ҡунағы.

Йәшәү асылын тойопЙәшәү асылын тойоп
Йәшәү асылын тойоп

- Сәриә Фазулла ҡыҙы, һеҙҙең мәғариф системаһында эшләүегеҙгә - 45 йыл. Ошо тиклем хеҙмәт юлын үтеп, әлеге көндә лә йәштән һайлаған һөнәрегеҙгә тоғро ҡалып,
бәләкәстәргә белем һәм тәрбиә биреүҙе дауам итәһегеҙ. Ҡайҙан теләк, көс һәм дәрт килә һеҙгә?

- Башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен һайлау бәләкәй сағымдан килгән хыялым. Абзыйым Насруллаға эйәреп, биш йәштән үк мәктәп юлын тапағанмын. Байрамдарҙа шиғыр һөйләп, йырҙар
башҡара торғайным. Сығыштарым өсөн бүләккә юйғыс, линейка, ҡәләм, дәфтәр, китап алып ҡайтып, өҫтәлгә теҙеп һалып, атайым һәм әсәйемә ниндәй шиғыр, йыр өсөн нимә алғанымды шатланып һөйләгәнем әле лә иҫемдә. Ә инде мәктәпкә төшкәс, тәүге көндәрҙән үк, мәктәп тормошо менән әүҙем йәшәй башланым. Башланғыс кластарҙа староста, отряд, дружина советы рәйесе, юғары кластарҙа комсомол ойошмаһы секретары вазифаларын башҡарҙым. Минең өсөн мәктәп йылдары бик күңелле осор булды. Райондарҙа бөтә фәндәрҙән дә үткәрелгән олимпиадаларҙа ҡатнаша торғайным. Мәктәп, район намыҫын яҡлап, еңел атлетика, саңғы ярыштарында ла призлы урындар яуланым. Мәктәптәге бер концерт та минән башҡа үтмәй, төрлө саралар ойоштороу, стена гәзитен сығарыу, һүрәттәр төшөрөү ҙә миңә йөкмәтелә ине. Мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары булған саҡта, комсомолға инеү өсөн Ишембайға бара торғайныҡ. Класташтарымды, хатта үҙемдән өлкән класс уҡыусыларын дәрестән һуң йыйып әҙерләйем. Ул саҡта ауылға автобус йөрөмәй. 17 саҡрым йәйәү сығып китәбеҙ. Ишембайға барып, райкомда комсомолға инеп, иҫтәлеккә фотоға төшөп, ашханаға инеп ашап, тағы 17 саҡрым йәйәүләп
ҡайтып китә инек.

- Сәриә Фазулла ҡыҙы, бындай яуаплы эштәрҙе атҡарыу һәр кемгә лә бирелмәй. Тимәк, һеҙҙә тыумыштан бирелгән һәләт бар.

- Эйе, һәләт тә бар. Шулай уҡ тыуып-үҫкән ғаиләмдә лә тәртиплелек, тырышлыҡ, намыҫлылыҡ талаптары алғы планға ҡуйылды, шәхес булып үҫеү өсөн атай-әсәйем тарафынан бөтә шарттар тыуҙырылды. Атайым Фазулла, әсәйем Факиһа бик эшсән, һәр саҡ алға ынтылыусан булдылар. Ауылдаштарым бер ҙә инҡар итмәҫ, тәүге телевизор, үтек һәм башҡа тормош-көнкүреш кәрәкяраҡтары беҙҙә булды. Бөтә ауыл йыйылышып кино, спектакль ҡарарға килә торғайнылар. Өйгә һыймағандар, тыштан тәҙрә аша ҡарайҙар ине.

- Мәктәптән һуң бәләкәй саҡтағы хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҡайҙа уҡырға индегеҙ?

- Кинйәкәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, бала сағымдан һайлаған һөнәремә эйә булыу маҡсатында Салауат ҡалаһындағы педагогия училищеһына уҡырға индем. Һуңынан Стәрлетамаҡ педагогия институтын биш йыллыҡ курсты дүрт йылда тамамлап, Һамар мәғарифты үҫтереү институтында икенсе юғары белем алдым. Артабан башланғыс кластар уҡытыусыһы, директор урынбаҫары, мәктәп директоры, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башланғыс кластар буйынса методист вазифаларын башҡарҙым.

- Йәшәлгән йылдарығыҙ менән ҡәнәғәтһегеҙме?

- Тормош, аҡҡан һыу кеүек, еңел дә, ҡатмарлы ла булып, бик тиҙ үтә икән. Минең тормошом шатлыҡ-ҡыуаныстар, ҡайғы-хәсрәттәр, оло юғалтыуҙар менән үрелеп барҙы. Абынып йығылыуҙан балаларым хаҡы, эш һөйөүсәнлегем ҡотҡарып алып ҡалды. Ҡайғыларға баш эймәҫ өсөн, күңелем менән эшкә егелдем, балаларыма атай ҙа, әсәй ҙә булырға тырыштым. 

- Сәриә Фазулла ҡыҙы, моғайын, әлеге көндә һеҙ бәхетлелер. Сөнки балаларығыҙ янығыҙҙа, ейән шатлығы кисерәһегеҙ, эштәге уңыштарығыҙ әленән-әле ишетелеп тора. Киләсәк быуын вәкилдәрен лайыҡлы шәхестәр итеп әҙерләүгә ҙур көс сарыф итәһегеҙ. Был бит бик мөһим эш.

- Әлбиттә, бөгөн мин бик бәхетле. Янымда уҡытыусы ҡыҙым Айгөлөм, юрист улым Азаматым, студент ейәнем Арыҫланым, минең өсөн кәңәшсе лә, тәнҡитсе лә, ярҙамсы ла булған бер туған ағайым Насрулла, уның аҡыллы, уңған хәләл ефете Бәйнә еңгәм, уларҙың балалары, ейәнейәнсәрҙәре, туғандарым, йән дуҫтарым, коллегаларым, уҡыусыларым, уларҙың ата-әсәләре бар. Юбилейымды ла улар менән ҡаршылау бәхетенә ирештем.

- Сәриә Фазулла ҡыҙы, беҙ ҙә һеҙҙең ҡыуанысығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Һеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар, балаларығыҙҙың ихтирамын тойоп йәшәүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.

 

Автор:Р. РӘХИМОВА.
Читайте нас