Йәмғиәт
16 Декабрь 2022, 05:00

Донъя йәме, ғәме – балаларҙа

«Етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ», тигән һүҙҙәр һигеҙ бала атаһы Илдар Алтынбаев тураһында әйтелгән кеүек. Ул ниндәй генә эшкә тотонһа ла еңел генә итеп тиҙ арала еренә еткереп эшләп тә ҡуя.

Донъя йәме, ғәме – балаларҙаДонъя йәме, ғәме – балаларҙа
Донъя йәме, ғәме – балаларҙа

Киленебеҙ Гөлсинә менән ауылда рәхәтләнеп, төрлө ҡатмарлыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн ҡул көсөн һәм күңел ҡеүәтен һалып йәшәйҙәр улар. Үҙ көстәре менән донъя көткән, лайыҡлы балалар үҫтергән һоҡланғыс пар Илдар менән Гөлсинә.

Һигеҙенсе ҡыҙҙарына ла оҙаҡламай бер йәше тула. Тылсымлы, һөйөнөслө тәүге аҙымдарын яһай башланы ла инде.

Автор:Мәҙинә АЛТЫНБАЕВА.
Читайте нас