

Ауылдағы иң өлкән йәштәге ағинәйебеҙҙең йөҙөндәге шатлыҡтарҙы күреп, үҙең дә ҡыуанаһың. Унан рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү мине тағы ла изге эштәр башҡарырға көс бирә. Фәриҙә апай мине ихлас ҡаршы алды, бергәләп һөйләшә-һөйләшә сәй ҙә эсеп алдыҡ. Хәйер, бер быуатҡа тиң ғүмере эсендә ил ни күрһә, барыһын да кисергән оло кешегә шунан башҡа бер ни ҙә кәрәк түгел.
Фәриҙә апай, рәхмәт һеҙгә!