

Фәниә апай 1948 йылда Арлар ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуып үҫә. Уларҙың ҙур ғаиләһе 1959 йылда күрше Һайран ауылына күсенә.
- Һуғыштан һуңғы йылдарҙа тыуған баламын. Шулай ҙа, Аллаға шөкөр, миңә әллә ни ауырлыҡтар күрергә тура килмәне, - тип хәтерләй Фәниә апай. Һайран һигеҙ йыллыҡ мәктәбенән һуң ул 9-10 кластарҙы Ишембайҙа уҡый. Аҙаҡ бухгалтерҙар курсын тамамлап, хеҙмәт юлын Һайран ауыл биләмәһе хакимиәтендә ошо һөнәрҙән башлай. Өс йылдан мәктәп китапханаһына күсә.
- 1985 йылда Һайранда балалар баҡсаһы төҙөлдө. Ауыл советы рәйесе Рәфҡәт ағай Таһиров мине мөдир булырға өндәне. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәс, 36 йәштә ситтән тороп өс йыл Өфөлә белем алдым, - тип һөйләй Фәниә Хөснөтдин ҡыҙы. – Балалар баҡсаһында тырышып эшләнек. Хеҙмәткәрҙәрем – ҡыҙҙарымдан уңдым тип һөйөнәм. Бер ҡыҙыҡ хәтирә иҫтә ҡалған: октябрҙә Һайран мәктәбе, клуб һәм балалар баҡсаһы коллективтары араһында йәрминкә, ярыш ойошторолдо. Көндөҙ һатыу итергә, кисен концерт номерҙары ҡуйырға кәрәк ине. Минең сос ҡыҙҙар беренсе урынды береһенә лә бирмәйбеҙ, тип әҙерлек башланы. Тәрбиәсем һарыҡ һуйҙырҙы, шешлек әҙерләп йәрминкәгә һатыуға сығарҙыҡ. Гөлъямал менән Миләүшә бейеп, Закира шиғыр һөйләп, мин йырлап беренсе урын алдыҡ. Ҡайһылай ҡыҙыҡ, дәртле ваҡыттар булған!
1985 йылда балалар баҡсаһына 39 бала йөрөй.
- Һыу булмағанлыҡтан балалар баҡсаһына ҡойо ҡаҙҙыртырға тура килде. Бындай эштәрҙә мин гел бағыусылар, ярҙамсылар табырға тырыштым. Йәйен йәшелсә сәсәбеҙ ҙә, үҙебеҙгә етәрлеген алып ҡалып, ҡалғанын ҡалалағы берәй балалар баҡсаһы менән һөйләшеп һатабыҙ, аҡсаһына кәрәк-яраҡ һатып ала инек. Ата-әсәләр ҙә һәр ваҡыт беҙҙең йомошҡа аңлайышлы булды, - тип һөйләй 26 йыл балалар баҡсаһы мөдире булып эшләгән Фәниә Хөснөтдин ҡыҙы.
Республикала танылыу яулаған, үҙ тыуған ауылын данлаған тәрбиәләнеүселәре Зөлфиә Рәхмәтуллина, Рәил Ҡазаҡҡолов, Венера Муллағолова һәм башҡаларҙы ул яҡты хәтирәләр менән телгә ала.
Күптән инде хаҡлы ялда булһа ла Фәниә ханым 2011 йылда ғына эшен ҡалдыра, шул уҡ йылды балалар баҡсаһы мәктәпкәсә төркөм булараҡ Һайран мәктәбенә ҡушыла. Ҡасандыр гөрләп, балҡып торған бина хәҙер буш тора, урамын ҡый үләндәре баҫҡан. Быға Фәниә апайҙың күңеле әрней, әлбиттә...
Әбдрәхим ағай 1941 йылда Әптек ауылында ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышына киткәндә ике айлыҡ ҡына булып ҡала. 112-се Шайморатов генерал дивизияһында хеҙмәт иткән ғәзиз кешеһе яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Әсәһе биш баланы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Әхмәр мәктәбен тамамлағандан һуң һөнәри белемде Салауат ҡалаһындағы индустриаль колледжда ала. Әрмелә хеҙмәт итә. Фәниә апай һәм Әбдрәхим ағай 1967 йылда таныша, ике йылдан өйләнешеп ғаилә ҡороп ебәрәләр. “Йәш саҡта бабайым бик ҡупшы ине, ғашиҡ булмай ҡара”, - тип йылмая Фәниә ханым. Әбдрәхим Ғимран улы юғары категориялы уҡытыусы. 42 йыл ғүмерен Һайран мәктәбендә балаларҙы химия, биология, черчение фәндәренән уҡыта. 69 йәшендә генә хаҡлы ялға китә.
- Фәрит Барый улы Хәбиров директор булған йылдарҙа Һайран мәктәбендә 550 бала уҡыны. Балалар менән сәйәхәт итергә яраттыҡ. Биш тапҡыр уҡыусыларымды йәйәүләп тура юлдан Нөгөш һыу һаҡлағысына алып барҙым. Биш-алты көн ял итеп, тәбиғәтте өйрәнеп, кире юлды автобус менән ҡайта инек. Береһендә шулай китеп барғанда юлда аҙаштыҡ. Өлкәнерәк малайҙар бейек бер ағас башына менеп, юлды абайлап, артабан киттек. Красноусол, Торатау, Маҡарҙағы Салауат Юлаев мәмерйәһенә йөрөй торғайныҡ, - тип хәтерләй Әбдрәхим Ғимран улы.
Фәниә һәм Әбдрәхим Хәйбуллиндар дүрт бала үҫтерә. Белемле, тырыш, һәр береһе тормошта үҙ юлын табып донъя көтә улар. Улдары Айрат менән Рәмил – эшҡыуарҙар, ҡыҙҙары Айгөл менән Әлфиә Стәрлетамаҡта дауаханала эшләй. Өс ейән, дүрт ейәнсәре бар. Балалар тыуған йортҡа йыш ҡайтып тора.
“Татыу йәшәү сере нимәлә?” - тигән һорауға геройҙарыбыҙ:
- Берәү ҡыҙғанда, икенсе кеше шымып, тыңлап ҡына торорға тейеш. Балаларға ла шулай тип әйтеп үҫтерҙек. Донъя йөгөн тигеҙ тартыр өсөн бер-береңде тыңлай, аңлай белер кәрәк, - тип яуапланылар.
Хәйбуллиндар өлкән йәштә булһалар ҙа әле лә баҡса үҫтерә, йәйен ҡош-ҡорт аҫырай, бал ҡорттары тота.
- Йортобоҙға газ да, һыу ҙа үткән. Тыштан ауыл өйө булһа ла, эстән ҡалалағы фатирҙағы кеүек йәшәйбеҙ. Өйгә үҙәкләштерелгән һыу үткәргәс, кер йыуыу машинаһы эшләй башланы. Бының өсөн ауылдаштарыбыҙ исеменән республикабыҙ етәксеһе, ауылдашыбыҙ Радий Хәбировҡа, район һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенә рәхмәтлебеҙ, - ти улар.
Итәғәтле, белемле, ҡунаҡсыл йорт хужалары менән аралашыу күңелдә яҡты эҙ ҡалдырҙы. Уларҙың артабан да бәхетле ҡартлыҡ кисереүҙәрен теләп хушлаштыҡ.
Автор фотоһы.