

“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Айҙар Хәмәтшин республиканың алты бүлегенә ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәгәндәре өсөн “Лада Гранта” автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы.
- Белгестәргә хужалыҡтар буйлап күп йөрөргә тура килә. Эшебеҙ ошоға ҡайтып ҡала ла инде. Юлда “тимер атыңдың” ҡыйын хәлдә ҡалдырмауы мөһим. “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн беҙгә мобиль булырға, бөтә ергә лә өлгөрөргә кәрәк. Агрономдарыбыҙ транспортһыҙ аграрийҙарға кәрәкле хеҙмәттәрҙе ваҡытында һәм һөҙөмтәлерәк күрһәтә алмай. Айырыуса әлеге мәлдә сигналға тиҙ арала иғтибар итергә һәм баҫыуға сығырға кәрәк, - ти Айҙар Мәснәүи улы.
“Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Ишембай районындағы бүлеге начальнигы Илшат Әхмәтйәнов тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Беҙ ҙә автомобилле булдыҡ. Бүлектәге ҙур булмаған коллектив менән үҫемлектәрҙе һаҡлау фитомониторингы буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Бер миҙгелдә баҫыуҙарға 210 геонөктә ҡуйылған. Быйылдан башлап иген сәсеүлектәре буйынса фитомониторинг үткәрәбеҙ, шулай уҡ 360 орлоҡ пробаһына анализ яһаныҡ. Бындай күләмдәге эштәрҙе башҡарыу өсөн мобиль һәм төҙөк техника кәрәк. Ошо шатлыҡлы ваҡиға менән бәйле бөтә хужалыҡ етәкселәренә һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары Г.Г. Лейтерға, Е.В. Едихҡа, А.З. Приваловҡа, Т.Т. Искәндәровкә, “Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә һәм бөтә ваҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына уртаҡ эшебеҙ һәм үҙ-ара аңлашып эшләүҙәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти Илшат Дилмәт улы.
Фото “Рәсәй ауыл хужалығы үҙәге” учреждениеһының Ишембай районы буйынса филиалы бүлеге архивынан.