Йәмғиәт
11 Декабрь 2022, 13:00

Фотокүргәҙмәгә килегеҙ!

Быйыл Йәштәр эштәре буйынса комитет “Иҫке/Яңы Ишембай” фотокүргәҙмәһе өсөн материалдар йыйыу хаҡында иғлан иткәйне, унда теләгән һәр кем ҡатнаша алды.

Фотокүргәҙмәгә килегеҙ!Фотокүргәҙмәгә килегеҙ!
Фотокүргәҙмәгә килегеҙ!

Күргәҙмәнең асылы - ҡаланың элекке урындары төшөрөлгән фотолар менән танышып, шуларҙың бөгөнгө торошон фотоға төшөрөп ебәрергә кәрәк ине. Ҡала халҡы сарала бик әүҙем ҡатнашты һәм йәйгеһен үк эштәр күп кенә йыйылды. 9-23 декабрҙә Йәштәр һарайында ошо фотоларҙан фотокүргәҙмә ойоштороласаҡ.

Ҡала халҡын эш көндәрендә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем фотокүргәҙмәлә көтөп ҡалабыҙ.

Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас