

Уны асыу сараһына Афған һәм Чечен һуғышы ветерандары, мәғариф идаралығы белгестәре саҡырылды. Мәктәптә быға тиклем дә хәрби дан музейы эшләп килгән. Ул Зоя Космодемьянская исемендәге «Намыҫ һәм ҡаһарманлыҡ» музейы итеп үҙгәртелә. Тарихи бүлмәлә Советтар Союзы Геройҙары Таһир Кусимовтың, Михаил Девятаевтың 3-сө мәктәпкә килеүе тураһында үҙ ҡулдары менән яҙылған теләктәре, фотоальбомдары һаҡлана. Шулай уҡ күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирлегән Зоя Космодемьянская тураһында тарихи документтар, фотолар, телеграммалар бар. Етмешенсе йылдарҙа мәктәп уҡыусыларының Зояның әсәһенә ҡунаҡҡа барғанда бергәләп төшкән фотолары ла фондта һаҡлана.
- Музей Зоя Космодемьянскаяның үлгән көнөндә асылды. Тарихи документтарҙан тыш, унда әлеге көндә барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнап стенд булдырасаҡбыҙ. Шулай уҡ беҙҙең уҡыусыбыҙ, Украинала хәрби операцияла һәләк булған Фидан Шафиҡовҡа арнап мөйөш һәм мемориаль таҡта әҙерләйбеҙ. Былар барыһы
ла уҡыусыларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләр тип ышанабыҙ, - ти мәктәптең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлфиә Шакирова.
Сарала ҡатнашыусы ветерандар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар З.Космодемьянская һәйкәленә сәскәләр һалды. Башҡорт теле уҡытыусыһы Әлиә Абдрахманова уҡыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн башҡорт батырҙары хаҡында, тарих уҡытыусыһы Екатерина Рассадникова Зоя Космодемьянскаяның тормошо тураһында асыҡ класс сәғәттәре күрһәтте.
Фото мәктәп архивынан.