40 йылдан ашыу Дилбәр әсәһенең эргәһендә һөйөүгә төрөнөп йәшәй. Алсаҡ күңелле, ауыл, ил хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып йәшәгән, йор һүҙле, төшөнкөлөккә бирелмәгән, өйҙә әсәһенең ҙур ярҙамсыһы булған ҡыҙҙы ауылдаштары ихтирам итә, ярата. Әсәһе Әминә апай тормошонда терәк-таянысы.
Кисәлә әсәйҙәр, балалар тураһында йырҙар, шиғырҙар, теләктәр яңғыраны. Артабан осрашыу сәй табыны артында дауам итте.
Түбәндәге шиғырҙы кисәлә ҡатнашыусылар Дилбәрҙен әсәһенә булған тәрән һөйөүе итеп ҡабул итте:
Әсәй! Әсәкәйем минең!
Әлдә һин бар әле янымда,
Хоҙай үҙе генә теләгәндер
Яңғыҙ булмаһын, тип был бала.
Һин бар саҡта, мин ҡурсаулы,
Ауыр түгел булған һынауҙар
Эргәмдә һин барҙа, мин бәхетле!
Һау ғына бул, минең ҡояшым!