

Һайран ауылы мәктәбе ашханаһында үҙара дуҫ, тәжрибәле, ә иң мөһиме, үҙ эшен яратҡан ашнаҡсылар эшләй. Ашнаҡсы Гөлнур Тимерғәлина, мәктәпкәсә төркөм ашнаҡсыһы Рәзимә Ҡадырова һәм ашнаҡсы ярҙамсыһы – кладовщик Земфира Йәнтүрина көндә балаларға тәмле, йылы аштарҙы төрләндереп бешерә. Үҙ эшен бөтә күңелдәрен биреп, яратып башҡарғас, бешергән ризыҡтары ла тәмле, татлы.
Рәзимә Ҡадырова – Арлар ауылы ҡыҙы. Һайран мәктәбендә 1985 йылдан алып эшләй. Ишембайҙа һөнәри белем алғандан һуң йүнәлтмә буйынса Бәләбәй ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. 1986 йылда Һайран ауылы егете Нәфис менән ғаилә ҡороп, бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Хәҙер инде өс ейән-ейәнсәргә өләсәй ул. Бер йыл хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан яратҡан эшен ҡалдырырға уйламай.
- Үҙ һөнәреңде яратмаһаң, бер урында оҙаҡ йылдар эшләү мөмкин түгелдер. Балаларҙы арлыбирле бешереп алдап булмай бит. Күңел йылыһын һалып бешергән бутҡаны, итле һурпа, ҡамыр аштарын улар тәрилкәләрен йылтыратып ашап бөтөрәләр, рәхмәттәр әйтеп артабан уҡыуға, уйнарға тотоналар – шул инде беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс, - ти Рәмзиә Басир ҡыҙы. – Коллективыбыҙ татыу – был да һөҙөмтәле эш өсөн бик мөһим.
Гөлнур Тимерғәлина иһә мәктәп ашханаһында ун йыл арымай-талмай эшләй. Быға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп, Һайран егетенә кейәүгә сығып, бында ҡайтып төпләнәләр.
- Аллаға шөкөр, элекке кеүек һыу ташыйһы түгел. Хәҙер мәктәпкә үҙәк һыу үткәрелде, ишектәр яңыға алмаштырылды. Барлыҡ кәрәк-яраҡ, һауыт-һаба бар, - тип ҡыуана ашнаҡсылар. Тик балалар һанының йылданйыл кәмеүе генә күңелдәрен ҡыра.
Земфира Йәнтүрина коллективта ун йыллап эшләй. Һайран ауылы килене сығышы менән Күгәрсен районынан. Өс бала әсәһе, ике ейәнсәргә өләсәй. Тормош иптәше Азат Ишембайҙа катализаторҙар заводына йөрөп эшләй.
- Ашатыу буйынса отчет эшләү өсөн яуаплымын. Бөгөнгө көндә башланғыс класс уҡыусылары, күп балалы ғаиләләрҙән булған балалар бушлай ашай. Уларға өҫтәмә паек та бирәләр – шуныһы яҡшы, - тип эш тәртибе менән уртаҡлашты Земфира Йәүҙәт ҡыҙы.
Ә бит мәктәп ашханаһында эшләүҙән тыш ҡатындарҙың барыһына ла ҡайтып үҙ донъяларын көтәһе, һарай тулы мал ҡарайһы, йәйен баҡса эштәре менән булаһы бар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан бар ергә лә өлгөрә Һайран ашнаҡсылары!
Автор фотоһы.