Йәмғиәт
27 Ноябрь 2022, 04:00

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!

Һеҙҙе иң изге һәм һоҡланғыс байрам – Әсә көнө менән ҡайнар ҡотлайым!

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!

Һәр беребеҙ өсөн иң яҡын һәм ҡәҙерле кеше ул – әсәй. Әсә һөйөүе һәм хәстәре беҙҙе ғүмеребеҙҙең тәүге көндәренән алып йылыта, һаҡлай, тормоштоң киҫкен боролоштарында көс өҫтәй. Һеҙ беҙгә ғүмер бирҙегеҙ, үҫтерҙегеҙ, үҙаллы тормош юлына сығарҙығыҙ. Әсә булыу – ул ҙур бәхет һәм оло яуаплылыҡ, балалары тураһында хәстәрлек һәм өҙлөкһөҙ хеҙмәт.

Ҡәҙерле әсәйҙәр! Изгелегегеҙ һәм ихласлығығыҙ, тәбиғәттән килгән аҡылығыҙ һәм күңел йылығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла һаулыҡ, бәхет, шатлыҡтар теләйем. Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, барлыҡ яҡындарығыҙ сәләмәт һәм бәхетле булһын!

 

Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

 

Фотолар редакция архивынан

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ!
Автор:
Читайте нас