

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө - илебеҙҙә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Был тәбиғи ҙә, сөнки ауыл хужалығынан тыш ил иҡтисадын, уның тормошон күҙ алдына килтереп булмай. Быйыл Ишембай аграрийҙары 70 мең тоннанан ашыу иген йыйып алды. Ужым культуралары дүрт мең гектарҙан ашыу майҙанда сәселде. 2023 йылда районда яҙғы иген культуралары 20 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләйәсәк. Был маҡсаттарға өс мең тонна орлоҡ һалынған. Шулай уҡ быйыл 142 миллион һумға 39 берәмек машина һәм ҡорамалдар һатып алынған. Малды ҡышлатыу өсөн район буйынса 17 мең тонна ҡаты һәм һутлы мал аҙығы, 14 мең тонна һалам әҙерләнгән, 10 мең тонна иген фуражы һалынған. 2022 йылдың 10 айында район хужалыҡтарында 27 мең тоннаға яҡын һөт һауып алынған. Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары тарафынан 10 айҙа 107 милион һумлыҡ продукция етештерелгән. Былар, иң элек, икмәк, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, ит ярымфабрикаттары һәм балыҡ продукцияһы.
Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева залда ултырыусыларҙы байрам менән ҡотланы.
- Ишембай районы Башҡортостанда сифатлы иген культуралары һәм күпләп мал аҫраған райондарҙың береһе. Быйыл ныҡышмалы хеҙмәт, ергә булған һөйөү һәм, әлбиттә, һауа шарттарының яҡшы тороуы ауыл хужалығы культураларынан мул уңыш йыйып алыу мөмкинлеген бирҙе. Ишембай районы ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса республикала иң яҡшы ун район иҫәбенә инде. Районда буш торған ерҙәр юҡ, был юғары күрһәткес. Ауыл хужалығында хеҙмәт итеүселәргә ихлас
күңелемдән рәхмәт белдерәм, һаулыҡ, муллыҡ һәм артабан да уңыштар теләйем, - ти Ләлә Рифмир ҡыҙы.
Рәмил Миңлеәхмәт улы ауыл хужалығы алдынғыларын ҡотлап грамоталар тапшырҙы. Байрамда Балыҡсылыҡ крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фәнис Зөбәйеров тә
билдәләнде.
- Быйыл беҙҙең өсөн уңышлы йыл булды, 22 тонна балыҡ, 10 тонна селбәрә (малек) үҫтерҙек, өс миллион ҡарышлауыҡ һаттыҡ. Эш башлауыбыҙҙың тәүге йылында алты тонна, үткән йыл - 18, быйыл 22 тонна балыҡ алдыҡ. Киләһе йыл был һанды 30 тоннаға еткерергә иҫәп тотабыҙ. Әлеге көндә балыҡтарҙы Мәләүез ҡалаһына һәм үҙебеҙҙең магазинда һатабыҙ. Киптерелгән балыҡ та һатыуға сығарылды.
Сәсеү эштәре лә, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләү ҙә, урып-йыйыу ҙа үҙ мәлендә башҡарылды. Малсылыҡта ла уңыштарыбыҙ бар, һөт етештереү, малдарҙың продуктлылығы арта, районда яңы малсылыҡ фермалары барлыҡҡа килә. Һуңғы өс йылда ауыл хужалығына эре инвестициялар һалыныуы һөйөнөслө. Быларҙың барыһы ла бергәләп эшләү һөҙөмтәһендә өлгәшелгән уңыштар.
Автор фотолары