

Константин Ефремов сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан. 2020 йылда «Дауалау эше» йүнәлеше буйынса Ырымбур медицина университетын, ә быйыл «Офтальмология» һөнәре буйынса ординатура тамамлаған.
Табип-офтальмолог көн һайын 08.30-14.30 сәғәттәрҙә Пролетар урамы, 28 адресы буйынса 126-сы бүлмәлә халыҡты ҡабул итә. Регистратураға 8 (34794) 6-37-89 телефон номеры буйынса шылтыратып яҙылырға мөмкин.