Сараға район имамдары, урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, аҡһаҡалдары, ауыл халҡы йыйылды. Сараны урындағы "Сәмиғулла" дини ойошма етәксеһе имам-хатыб Даминов Флүр хәҙрәт асты. Ул сараға килгән ҡунаҡтар, ойошмаға ҡараған мәсет тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып китте.
Һүҙҙе Маҡар мәсете имам-хатыбы һәм Аҡһаҡалдар ойошмаһы етәксеһе Юлай хәҙрәт алды. "Бөгөн күптәр тик донъяуи маҡсат менән генә йәшәргә һалышҡан, әммә Аллаһы Тәғәлә был донъяны ваҡытлыса биргәнен, аҡылының йән һәм тән менән бәйле икәнен онотоп ебәрә", тип әсенеп һөйләне. Хәҙрәт был донъяға һәр кем үҙ бурысы менән килеүен, уны лайыҡлы рәүештә үтәргә тейешлеген һәм Әхирәттә ошо ҡылған эштәре буйынса баһаланасаҡ икәнләген дә иҫкәртте. Ә бурысты үтәүҙе ғаиләңдән башлау мотлаҡ: иң тәүҙә үҙеңдең әхлаҡ яғыңды үҙгәртеү, балаларыңа дөрөҫ тәрбиә биреү, динде өйрәтеү, ғилем юлына тәүге аҙымды яһатыуҙан тора. Ошоларға ҡарап, халыҡ та һинең артыңдан эйәрәсәк, ин шәә Аллаһ, мәсеттәребеҙ ҙә тулып торасаҡ, тине.
Сараға Рощинский дини ойошмаһы имамы Нәзирулла хәҙрәт тә саҡырылған ине. Нәзирулла хәҙрәт халыҡҡа мосолмандарҙың бер бөтөн икәнлеген, бер тән булып йәшәүҙә генә ислам диненең ҡаҡшамаҫ бөтөнлөккә килтереүен һәм бәндәнең был донъяла ла, мәңгелек Әхирәттә лә бәхетлеләрҙән булыуын билдәләне.
Сарала оло быуындың булыуы, уларҙың ауыл яҙмышына битараф булмауҙары, тарихын белеүе, халыҡҡа, бигерәк тә йәш быуынға еткерергә тырышыуҙары был күркәм йыйылышҡа мәртәбәлек өҫтәне. Ауылдың аҡһаҡалы Салауат Хөснулла улы туплаған тарихи мәғлүмәттәр бик тә ҡыҙыҡлы һәм тәрән мәғәнәле ине. Ул ерлектәге топонимик атмаларҙың, урындағы милләттәрҙең сығышын халыҡҡа ентекле аңлатып китте.
Шулай уҡ Әнүәр Заһретдин улының сығышы ла күңелдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул ауыл тарихын асыҡлауҙарҙан торҙо: ауылдың нисек барлыҡҡа килеүе, башҡа милләт ағзаларының ерлектәге төп халыҡ менән нисә быуат бергә булыуҙары һәм ислам динендә ҡулға ҡул тотоношоп барыуҙарын әйтте, берҙәм булып йәшәү халыҡтар дуҫлығын, ил тыныслығын нығытыр, дин көсәйеүенә алып килер, тине.
Әрмет-Рәхим ауылының аҡһаҡалдарына ауыл старостаһы Йәмилә Фәхриева халыҡ исеменән уларға матур бүләк - "Ишембай районы энциклопедия" баҫмаһы тапшырҙы.
Ишембай мәсете имам-хатыбы Илнур хәҙрәт халыҡты мәсет эргәһендә уҡытыу эштәрен алып барыусы Рәсүл хәҙрәт менән таныштырып китте. Рәсүл хәҙрәт ғилемле белгес кенә түгел, ә мөхтәсиб эше буйынса ла тәжрибәһе бай булараҡ та билдәле. Был сараға нигеҙ һалыусы ла ул булып тора.
Үҙ-ара фекер алышыу күркәм мәжлес өҫтәле артында дауам итте, Ҡөрьән уҡылды, йәмәғәт менән намаҙ башҡарылды, доғалар ҡылынды. Сара күңелгә ятышлы һәм бик фәһемле булды. Һәр кем был осрашыуҙан күңеленә йылылыҡ алып, изге уйҙар менән таралышты.