Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ноябрь , 14:00

Берҙәмлектә - көс

Яҡташтарыбыҙ – Һайран ауылы халҡы мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам туплай.

Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс

- Һайран мәҙәниәт йорто, китапхана хеҙмәткәрҙәре мобилизация башланыу менән яҡташтарға ярҙам итеү маҡсатынан көнкүреш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек йыя башланы. Ошо арауыҡта ике тапҡыр ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев аша хәрби-уҡыу урындарына посылкалар ебәрҙек. Әле лә ауылдаштар мәҙәниәт йортона үткән һайын инеп сыға. Флүрә Богданова, Рәйлә Ильясова, Сәриә Ҡорбанғәлиева, Миниса Ғәзизова һәм башҡалар әйберләтә, аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ауылдаштарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Ярҙам итергә теләүсе һәр кем Һайран мәҙәниәт йортона мөрәжәғәт итә ала, - тип уртаҡлашты мәҙәниәт йорто мөдире Зөлфиә Ғәзизова. – Балалар менән дә әңгәмәләр ойошторабыҙ. Һалдаттарға һүрәт төшөрөп, хаттар яҙып, бәйләнгән ойоҡбаштар эсенә һалып ебәрмәксебеҙ.

Бер ай элек Һайрандан Урал Ғәббәсов, Арларҙан Илдус Хисаметдинов мобилизацияланған.

- Улдарын, ирҙәрен, атайҙарын оҙатҡан ата-әсәләргә, ҡатындарға, балаларға иң ауыры, әлбиттә. Беҙ бөтә мобилизацияланған егеттәрҙең тиҙ арала, иҫән-һау булып тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуҙарын, бөтә ғаиләләргә шатлыҡлы осрашыуҙар, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ, - ти һайрандар.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас в