Йәмғиәт
16 Ноября 2022, 15:52

Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар

Матәм саралары ҡала мәҙәниәт һарайы фойеһында уҙҙы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов һәләк булғандарҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға һәм балаларына ярҙам итергә вәғәҙәләне.

Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштыларИшембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар

Айҙар Хисмәтуллин 1984 йылда тыуа, 21-се һөнәрселек училищеһында белем ала. 2004-2011 йылдарҙа контракт буйынса хеҙмәт итә. 27 сентябрҙә махсус хәрби операцияға юллана. 7 ноябрҙә хәрби бурысты үтәгән саҡта геройҙарҙа һәләк була. Хәрби йылдар эсендә Айҙар Зинур улы үҙен тормошҡа ыңғай ҡарашлы итеп күрһәтә, тик яҡшыға ғына ышаныусан була. Хәрби бурыс һәм намыҫты һаҡлау һорауына ул һәр ваҡыт яуаплы һарай, үҙ үҙенә талапсан була.

Андрей Пестряев 1978 йылда тыуа, 2014 йылда Эске эштәр бүлеге мәктәбен юрист һөнәре буйынса тамамлай. 2000 йылдың 1 сентябренән 2001 йылдың 10 апреленә тиклем 85955-се хәрби часть составында Төньяҡ Кавказ территорияһында йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм тәртип булдырыу буйынса бурысын үтәй. 2001 йылдың 19 июлендә Рәсәй Федерацияһы президентының 882-се ҡарары менән Жуков миҙалы менән бүләкләнә. 2022 йылдың 26 сентябрендә махсус хәрби операцияға хәрби бурыс үтәү өсөн юллана. 7 ноябрҙә хәрби бурыс үтәгән мәлдә һәләк була.


Автор фотоһы.

Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Ишембайҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ менән хушлаштылар
Автор:Михаил Николаев.
Читайте нас