

Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, туғандары, дуҫтары, ауылдаштары Мәхмүтовтарға бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Һәм бер нисә айҙа ауылда тағы ла ҙурыраҡ, матурыраҡ яңы йорт ҡалҡып сыға. Дамир улдары, Лилиә ҡыҙҙары Мәхмүтовтарҙың төп ярҙамсылар, иң ҙур терәге була. Һәм бөгөн, ниһайәт, улар яңы йортҡа ауылдаштарын йыйып ҡөрьән уҡытты.
Өйөгөҙ ҡотло, йылы, шатлыҡҡа тулы булһын, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ! Бәлә-ҡазалар урап үтһен!