

- Сквер тураһында һуңғы биш йыл буйы һүҙ алып барҙыҡ. Ниһайәт, хыялыбыҙ тормошҡа ашты, - тип уртаҡлашты ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Насырова.
Смаҡайҙарҙың теләге тормошҡа ашмай ҡала килер ине, тик улар Фәүзиә Нури ҡыҙы етәкселегендә ныҡышмалылыҡ күрһәтеп, урындағы хакимиәткә майҙансыҡ булдырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Былтыр ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров смаҡайҙарға Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашырға
тәҡдим итә. Был проектта ҡатнашыу өсөн биҫтәлә йәшәүселәргә бер нисә шарт үтәргә кәрәк була: өмәләр ойошторорға, йәмәғәт байрамдары үткәрергә, волонтерҙар булараҡ мохтаждарға ярҙам күрһәтергә. Был йәһәттән смаҡайҙар элек-электән берҙәм булыуҙары менән барыһына ла билдәле: өмәләргә халыҡ дәррәү сыға, байрамдарҙы бергә ҡаршылай, өлкән йәштәге юбилярҙарҙы ҡотлай, ветерандарға ярҙам итә.
Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыу шулай уҡ урындағы халыҡтың да аҡсалата өлөш индереүен күҙаллай. Смаҡайҙарға 150 мең һум аҡса йыйырға кәрәк була. Һәр кем хәленән килгәнсә сумманы уртаҡ иҫәпкә күсерә. Бынан тыш, биҫтәнең активистары буласаҡ сквер урынында концерт та ойоштора. Аҡсаның бер өлөшөн бағыусылар – предприятие һәм шәхси фирмалар етәкселәре күсерә. Шулай итеп урындағы мәктәп эргәһендә эш ҡайнай – сквер төҙөү башлана.
- Беҙ халыҡ менән бергә эшләнек, - тип уртаҡлаша ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Күсәрбаев. – Проект эшләгәндә, смета төҙөгәндә уларҙың теләктәренә иғтибар иттек. Әлбиттә, барыһын да бер юлы эшләп булманы, мәҫәлән, балалар майҙансығына аҡса етмәне. Киләһе йыл Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында тағы ла ҡатнашып, балалар өсөн майҙансыҡ төҙөкләндерергә мөмкин.
Әлегә сквер ҡойма менән уратылған, юлға плитка түшәлгән, ҡапҡа һәм эскәмйәләр ҡуйылған. Иң уртала эре ҡарағай ағасы үҫеп ултыра. Киләсәктә смаҡайҙар был шыршыны биҙәп, Яңы йылды ошонда ҡаршыларға планлаштыра. Тиҙҙән мәктәп яғынан ҡойма буйлатып ағас үҫентеләре, ә йәйен түтәлдәргә сәскәләр ултыртыласаҡ. Смаҡай биҫтәһе халҡы быйыл тырышып эшләне, шулай ҙа башҡараһы эштәр күп әле. Әүҙем ҡатын-ҡыҙҙар төҙөүселәргә лә ярҙам итте. Ҡулдарына көрәк, тырма тотоп, өйөлөп ятҡан ерҙе тигеҙләп таратты, эскәмйәләрҙе буяны, башҡа төрлө эштәр менән булды. Өмәләрҙә иһә ҡатындарға ярҙамға ирҙәр ҙә сыҡты. Дөйөм тырышлыҡ менән эш аҙағына еткерелде һәм хәҙер аллея буйлап йәш әсәләр коляска менән рәхәтләнеп йөрөй ала.
Наилә Мөхәмәтйәнова фотолары (https://vk.com/smakaevo)