Йәмғиәт
13 Ноябрь 2022, 04:00

Ауыл хәбәрҙәре

11 ноябрь көндө Үрге Әрмет мәҙәниәт йортонда “Тыуған илде һаҡлау - изге бурыс” тигән кисә үтте. Сараға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, контракт буйынса хеҙмәт итеүсе, әлеге көндә сираттағы ун көнлөк ялына ҡайткан ауылдашыбыҙ Әбсәләмов Радмир Руслан улы һәм ошо көндәрҙә әрме сафтарына саҡырылыусы егетебеҙ Әбсәләмов Алмаз Рәйес улы, уларҙың ата-әсәләре һәм мәктәп уҡыусылары саҡырылды.

Ауыл хәбәрҙәреАуыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Алып барыусы егеттәрҙе сәхнәгә саҡырып, улар менән таныштырып үтте, һорауҙар бирҙе. Радмир махсус хәрби операция тураһында ҡыҫҡаса һөйләһә Алмаз әрме сафына барырға әҙер булыуы тураһында әйтте.

Әрмет ауыл биләмәһе хакимиәтендә эштәр менән идара итеүсе Шагиева Тәнзилә Тажи ҡыҙы егеттәргә хеҙмәттәрендә уңыштар теләп, бүләктәр тапшырҙы. Мәктәп уҡыусылары ағайҙарына һорауҙар бирҙе. Кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Донъяларыбыҙ имен булып, егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә әйләнеп ҡайтһын!

 

Фото: https://vk.com/club137824085

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Үрге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто
Читайте нас