Йәмғиәт
12 Ноябрь 2022, 04:00

Күңел йылыһын һалдыҡ

Ошо йома Сәлих ауылы мәктәбендә көҙгө йәрминкә ойошторолдо - унда йыйылған аҡса мобилизацияланған яҡташтарға ярҙамға китәсәк.

Күңел йылыһын һалдыҡКүңел йылыһын һалдыҡ
Күңел йылыһын һалдыҡ

Сараның тәүге өлөшөндә мәктәп уҡыусылары ауылдаштарға концерт күрһәтте. Күңелле аралашыу сәй табыны менән тамамланды.

- Беҙҙең ауылдан барлығы 11 егет китте, уларҙың икәүһе әлеге мәлдә махсус. операцияла. Беҙҙең күңел йылыһын тойһондар тип ойошторҙоҡ был сараны, - тип уртаҡлашты мәктәп директоры Вәли Ғәлиев. - Йыйылған аҡсаға мобилизацияланғандарға һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һатып алырға ниәтләйбеҙ.

 

Автор фотолары

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас