

Балалар тәүҙә музей экспозицияһы менән танышты, экскурсия тыңланылар. Аҙаҡ музей хеҙмәткәре Көҙән ауылында балаҫ һуғыу тураһында һөйләне, станоктың төҙөлөшө менән таныштырҙы. Һәр теләгән уҡыусы, музей хеҙмәткәре ярҙамы менән станок артына ултырып балаҫ һуғып ҡараны.
Балалар был бороңғо һөнәр менән бик тә ҡыҙыҡһындылар. Бәлки, ошо бәләкәстәр араһында үҫкәс балаҫ һуғыу оҫталары булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ.