Йәмғиәт
10 Ноябрь 2022, 07:00

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Хөрмәтле эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Һеҙҙең һөнәрегеҙ башҡаларҙан айырмалы сыҙамлыҡ, батырлыҡ талап итә. Тап һеҙгә граждандарҙың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау, ауыр ваҡытта ярҙамға килеү, дәүләт мәнфәғәтен яҡлау, хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар менән көрәш алып барыу ышанып тапшырылған.

Статистик отчеттарҙағы һалҡын һандар артында йөҙҙәрсә погонлы кешеләрҙең көсөргәнешле хеҙмәте һәм йоҡоһоҙ төндәре тора. Ишембай полицияһы һәр ваҡыт законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе һағында ныҡ торҙо. “Ҡыҙыу нөктәләрҙә” хеҙмәт итеү, иң ҡатмарлы заданиеларҙы лайыҡлы үтәү - беҙҙең күп хеҙмәткәрҙәребеҙҙең иңенә ятты.
Һөнәри байрамығыҙ менән барығыҙҙы ла ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым! Еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!


Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Автор:
Читайте нас