Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанды үҙҙәренә үҫеш бизнесы өсөн майҙансыҡ итеп ҡараусы инвесторҙарға республикабыҙҙың Үҫеш корпорацияһы инвестицион тәҡдим әҙерләгән. Киләсәктә йәнлектәр өсөн аҙыҡ етештереү предприятиеһын төҙөү күҙ уңында тотола. Бизнес-кейс биргән иҫәпләүҙәр буйынса, проектҡа һалынған инфестиция күләме 172,6 миллион һум тәшкил итә. Шуныһы, өр-яңы 23 эш урыны булдырыласаҡ.
– Был предприятиены “Алға” айырым иҡтисади зонаһында урынлаштырырға уйлайбыҙ, – тип һөйләй Башҡортосан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. – Бында инвестор стандарт һәм махсуслаштырылған ветеринар аҙыҡ етештерәсәк. Бының өсөн Башҡортостанда сеймал базаһы етерлек. Ит комбинаттарының, ҡошсолоҡ фабрикаларының һәм балыҡ комбинаттарының эшләүе, шулай уҡ иген культуралырының булыуы шуға асыҡ миҫал. Республикабыҙҙа күп һөнәрселек белем усаҡтары бар, улар предприятиены юғары квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итәсәк.
Наил Ғәббәсовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ошо факторҙарҙың барыһы ла импортҡа алмаш сәйәсәте шарттарында предприятиеның тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итәсәк.