

Ринат ағай алтын ҡулдары менән нимәләр генә эшләмәгән. Башҡорт орнаменттары менән һандыҡтар, стена сәғәттәре, ултырғыстар, талдан кәрзиндәр, йорт һәм тәҙрә яңаҡтары, сәңгелдәк, шкафтар быларҙың барыһы ла күҙҙең яуын алырлыҡ.
- Атайым мин тыуып ике ай ҙа булмағанда, мәрхүм булған. Ул да ағастан төрлө әйберҙәр эшләгән. Уның һәләте миңә лә күскәндер тип уйлайым. Бер туған өс ағайым да өйҙәрендәге төҙөлөш эштәрен үҙҙәре башҡара. Дүртенсе кластан уҡ тауык, ҡаҙ оялары үрә торғайным. Әле бөгөнгөләй хәтеремдә, элек тауыҡ ояһы 50 тин, ҡаҙ ояһы бер һум тора ине. Шуларҙы һатып велосипед алдым, - ти Ринат Рәшит улы.
Ринат ағай ауылда баш инженер, механик булып эшләй, колхоз бөткәс Себер тарафтарына ла барырға тура килә. Армияға тиклем фотолар эшләү менән дә шөғөлләнә. Ринат ағайҙың улы ла атаһынан күреп, өйрәнеп, эшләп үҫә, фатир һатып алғас, кеше оҫталарҙы ҡушмайынса, ремонт эштәрен үҙе генә башҡара.
- Бер кәрзинде үреүгә 4-5 сәғәт китһә, һандыҡҡа оҙағыраҡ ваҡыт талап ителә. Балаларға сыйырсыҡ оялары ла эшләйем. Уҡыусылар менән мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәресе лә үткәрәбеҙ Ҡул эштәре өсөн таҡта һатып алып, уларҙы станокта йышам, шымартам. Һандыҡ эшләгәндә таҡталарҙы елемгә ултыртам, иң аҙаҡ ҡына лак буяйым. Әле ҡул эштәрен әҙерләү өсөн айырым урын булдырып, мейес эшләп ҡуйҙым.
Ринат ағайҙың тормош иптәше Зәйтүнә Ибәтулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Әрмет ауыл Советы рәйесе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Исхаҡовтар ике ейән, ике ейәнсәргә бәхетле олатай һәм өләсәй.
- Ринат ғаилә башлығы булараҡ миңә һәр ваҡыт таяныс, терәк булды. Ул бөтә эште лә еренә еткереп эшләргә күнеккән. Техниканы яҡшы белгәс, күршеләргә лә ярҙам итергә ашҡынып тора. Хаҡлы ялға сыҡҡас ваҡыт күбәйҙе. Үҙенең яратҡан, хыялында булған ҡул эштәрен тормошҡа ашырырға тырыша. Баҡса эше менән дә булыша, хатта ағастарға прививкалар эшләй. Балыҡҡа йөрөргә әүәҫ. Шөкөр, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ. Ейәндәребеҙ минең өсөн үлә яҙып торһалар, ейәнсәрҙәр олатаһын бик яраталар, - ти хужабикә.
Бына шулай оҫта ҡуллы, эшсән, ихлас, ярҙамсыл кешеләр йәшәй Түбәнге Әрметтә.
Автор фотоһы.