

Хөрмәтле ишембайҙар! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Тәрән тарихи мәғәнәгә эйә булған был дәүләт байрамы төрлө быуын, милләт һәм халыҡ, социаль ҡатлам һәм дин кешеләрен - Ватаныбыҙҙың ысын патриоттарын берләштереүгә йүнәлтелгән. Тыуған илдең азатлығы, үҙаллы үҫеше һәм именлеге өсөн яңы етди иҡтисади һәм тышҡы сәйәси саҡырыуҙарға тап булғанда, беҙгә айырыуса берҙәм һәм көслө булыу мөһим.
Татыулыҡ һәм берҙәмлек һеҙҙең тормошоғоҙҙа һәр ваҡыт булһын - эштә һәм уҡыуҙа, ғаиләләрҙә һәм дуҫтар менән аралашыуҙа. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, күңел тыныслығы һәм именлек теләйем!
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.