

...1815 йылда нигеҙ һалынған Иҫке Ишембай ауылының беренсе мәсете хәҙерге Гоголь урамындағы “Йондоҙ” мәҙәниәт йорто ерендә урынлашҡан булған. Уның эргәһендә хужалыҡ кәрәк-яраҡтары өсөн ҙур булмаған бина ла төҙөлгән. Илдәге 1917 йыл ваҡиғаларынан һуң динде тыйыуҙар башлана, һөҙөмтәлә, республикала күп руханиҙар ҡулға алына һәм атыла. Ошо ауыл мәсетенең имамы Нурғәле Ишембаев та 1929 йылда һөргөнгә ебәрелә. Яңы сәйәси шарттарҙа изге йорттоң бинаһы тартып алынһа ла, уның манараһын Ишембай ҡалаһы властарының әмере буйынса бары 1939 йылда ғына ҡолатып төшөрәләр. Ошондай кешелектең изге асылына ҡаршы торған вәхшилектәргә ҡарамаҫтан, ул саҡтарҙа Иҫке Ишембай ауылы халҡы дин йолалары менән йәшәүен дауам итә.
Архив материалдарынан билдәле булыуынса, Башҡортостанда 1941 йылға 2507 мосолман общинаһының бары 12-һе генә ҡалдырыла. Ысынында хөкүмәт Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына дингә үҙ баҫымын бер аҙ йомшарта төшә. Ошо йылдар эсендә янауҙар арҡаһында тыйылған, онотола барған дини байрамдар һәм йолалар тергеҙелә башлай, тиһәң дә була.
- Бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң яу ҡырында һәм тылда ауыр михнәт күргән кешеләр яңынан дингә ылыға башлай. Ҙур ҡайғылар уларҙы изге ғәмәлдәрҙә, бер уйҙа берләштерә, - тип һүҙ башланы Нәзир Нәзим улы. – Ишембай ауылының бер төркөм кешеләре рәсми рәүештә мәхәллә ойоштороп, яңы мәсет төҙөүҙе хәстәрләй. Улар араһында 1935 йылда Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан күсеп килгән бабайым – Хәйрулла Ғәлиев та була. Ул революцияға тиклем “Варяг” крейсерында хеҙмәт иткән, ПортАртур һуғышында ҡатнашҡаны өсөн наградалар менән бүләкләнгән. Әлбиттә, төҙөлөшкә хөкүмәттән аҡса көтөп булмай – бары үҙ көсөңә генә таянырға ҡала. Яңы төҙөләсәк мәсеткә ошо ауыл кешеһе Юныс Ишембаев үҙенең еренән 24 сутый ер бүлеп бирә.
1946 йылда Иҫке Ишембай ауылы аҡһаҡалдары үҙ ниәте менән власҡа мөрәжәғәт итергә баҙнат итә. Шулай итеп төҙөлөшкә рөхсәт алынғандан һуң, Иҫке Ишембай ауылы мәсетендә – Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының 2-се һанлы мәхәлләһендә 1947 йылдың апрелендә тәүге тапҡыр аҙан яңғырай. Әйтергә кәрәк, бындай тарихлы мәсет илдә икәү генә – уларҙың береһе Силәбе өлкәһендә Мейәс ҡалаһында урынлашҡан.
- Бина яңы ағастан һалынған тип уйлайым, сөнки уның бүрәнәләре әле булһа ла яҡшы сифатта. Ә бына ихаталағы тәғәмхана һәм мәҙрәсә урынлашҡан йорт Аллағыуат кешеһенән һатып алынған. Уға күпме аҡса түләнгәне һәм түләнеп бөтөргә тейешлеге тураһында килешеү документы табылды. Унда Хәйрулла бабайымдың да ҡултамғаһы бар, - тип дауам итте Нәзир хәҙрәт. – Мәсет эшмәкәрлеге башланыу менән Ғәбделбарый Юнысов мәхәлләнең беренсе имамы итеп тәғәйенләнә. Ул үҙе сығышы менән күрше Татарстандан була, бындағы халыҡҡа 30 йыл хеҙмәт итә. Илдар һәм Наил исемле ейәндәре Өфө ҡалаһында йәшәй, улар беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә.
Тарихтан белеүебеҙсә, 1932 йылда тәү тапҡыр атылған Башҡортостан нефте фонтанынан һуң Ишембай ауылы эшселәр ҡасабаһына әүерелә. Төрлө ерҙән яңы тормошҡа ынтылған кешеләр ағыла башлай.
- Хәйрулла бабайҙың ҡыҙы – Нәзифә әбей һөйләгәндәре әле булһа хәтерҙә. 1935 йылда Ишембайға Стәрлебаш районы Йәшергән ауылынан 120 кеше күсеп килә. Әбейбабайҙар, бала-саға – улар бөтәһе лә бер землянкала ҡыш сыға. Артабан һәр кеше ошо ерҙән урын алып, ғаилә ҡороп тамыр йәйгән. Йәшергәндәрҙең нәҫел-нәсәбе Иҫке Ишембай биҫтәһендә, ҡалала һәм районда күп таралған, - тип һөйләй Нәзир Ғәлиев үҙенең яҡташтары тураһында.
Мәсеттең беренсе муллаһы Ғәбделбарый Юнысовтан һуң бында күп имамдар эшләй, ләкин, һүҙ ыңайы Рәфҡәт Рафиҡов хаҡында айырым телгә алып китмәйенсә булмаҫ. Ул 1985-1991 йылдарҙа 2-се һанлы мәхәллә менән етәкселек итә – ошо осорҙа бинаға газ, һыу селтәрҙәрен үткәртә, уның тирә-яғына асфальт түшәтә. Шул уҡ ваҡытта Рәфҡәт Фәрит улы 1992 йылдан Ишембай ҡала мәсетен төҙөтә башлай, артабан уның беренсе имамы булып эш башлай. Ошо осорҙан алып ике йыл элек Нәзир Ғәлиев мәсеттең бинаһын уңайлы шарттарға ярашлы яңыртыуға өлгәшә. Бынан тыш, намаҙ яңғыратыу өсөн рупорҙар, колонналар яңыларына алмаштырыла. Шулай уҡ заманса һаҡлау һәм янғын хәүефһеҙлеге сигнализацияһы үткәрелә.
- Бөгөнгө көнгә хужалыҡ эштәре ыңғай хәл ителде, әлеге мәлдә беҙҙең бурыс – халыҡҡа төрлө яҡлап матди һәм мораль ярҙам күрһәтеү. Быйыл көҙ башланыу менән
мәсеттә электән үк йолаға һалынған уҡыуҙарҙы тағы ойошторҙоҡ. Шәмбе абыстайыбыҙ Әлфиә Хәлимова ҡатын-ҡыҙҙарға Ҡөрьән уҡырға өйрәтә. Теләктәре булғандарға ошо көндә 11.00 сәғәттә килергә мөмкин, - тип ихлас уртаҡлашты имам-хатип. – Йәкшәмбе көн төрлө халыҡ йыйыла. Был саҡта Смаҡайҙан Айрат хәҙрәт Хәйруллин “Фиҡһ” ғилеме буйынса һабаҡ бирә. Был – Ҡөрьән, Сөннәт, ижмәғ һәм ҡыясты өйрәнеүгә нигеҙләнгән мосолман хоҡуҡиәте. Уҙған йылдарҙа ғәрәп графикаһына үҙем дәрес алып барғайным, артабан ир-аттарҙы Ҡөръәнде уҡырға өйрәтеүҙе дауам итәсәкмен. Бының өсөн уларҙы йәкшәмбе 12.00 сәғәткә көтөп ҡалам. Күп кешеләр дин әһелдәренең эшен намаҙ, доға ҡылыу, вәғәз һәм теләктәр әйтеүҙән генә тора тип уйларға өйрәнгән. Ысынында уларҙың хәйриә акциялары кеүек һауаплы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы тураһында уйлағандары юҡ.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам кәрәклеген ишетеү менән 2-се һанлы мәхәллә вәкилдәре аҡса йыйыуҙы ойоштора башлай. Уларға
бигерәк тә йыуғандан һуң тиҙ кибә торған носкиҙар һәм тепловизор кәрәк булып сыға.
- Ваҡытында Байғужа, Яр-Бишҡаҙаҡ, Әптек ауылдары һәм Перегенной биҫтәһе мәсеттәренә лә аҡсалата ярҙам иттек. Бындай хәйриә эштәрен ҡулдан килгәнсә
артабан да ойошторасаҡбыҙ. Был йәһәттән халыҡ менән гел тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мәҫәлән, Иҫке Ишембай ауылында йәшәүселәр “Урындағы башланғыстарға ярҙам” программаһы буйынса йыйылышта зыяратты кәртәләргә тауыш биргәйне. Белеүегеҙсә, был проект сиктәрендә республика бүләсәк аҡсаның дөйөм өлөшөнөң 10 процентын (мәҫәлән, 1 миллиондан – 100 мең аҡса) урындағы халыҡ тупларға тейеш. Бында ла мосолман ҡәрҙәштәребеҙ ярҙамға килде, - тип ысын күңелдән уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ. – Ауыр тормош хәлендә ҡалғандарға шәхсән ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Рамаҙан айында йыйылған фытыр саҙаҡаһын беҙ мәсет файҙаһына ҡулланмайбыҙ, уның һәр тиненә тиклем кешеләр мәнфәғәтенә китеп тора. Сөнки фытырҙың мәғәнәүи эстәлеге әҙәм балаһына Ураҙа ғәйетен яҡшы байрам итер өсөн йүнәлтелгән. Шуға күрә беҙ Ғәйет көнөнә тиклем мохтаждарға ризыҡ алып бирәбеҙ, ә ҡайһыларына аҡсалата таратабыҙ... Матди ярҙамдан тыш, кешеләрҙе күңел төшөнкөлөгөнән ҡотҡарыу ҙа мөһим. Үрҙә, Бөйөк Ватан һуғышы осоронан һуң халыҡ дингә ынтылған, тип әйтеп үткәйнем. Был хәл бөгөнгө ваҡиғаларға ла ауаздаш. Илдә барған махсус операцияға бәйле ваҡиғалар ағымында йәшәгән кешеләрҙе тағы борсолоу, ҡурҡыу һәм киләсәккә ышанмау кеүек хис-тойғо баҫты. Был эмоциялар көсәйә килә, һис шикһеҙ, стресс, депрессия кеүек сирҙәргә килтерәсәк. Бына шундай саҡта, бер ҡайҙан да ярҙам көтә алмағас, халыҡтың дингә ылығыуы, Аллаһҡа мөрәжәғәт итеүе – тәбиғи. Ләкин кешеләрҙең хәле яҡшырһа, улар Рабыбыҙҙы онота башлай.
Имам-хатип аңлатыуынса, ислам динендә, ғөмүмән намаҙға баҫҡан кешеләр араһында “стресс”, “депрессия” тигән төшөнсә юҡ. Был үҙенә күрә күңел терапияһы. Яҡшылыҡҡа, тыныслыҡҡа бер генә асҡыс бар – ул ысын донъяла йәшәүселәргә лә, ҡәберҙә ятыусыларға ла кәрәк. Был – “Әстәғәфируллаһ” тип әйтеп тәүбәгә килеү.
Бына ошондай һөйләшеүҙән һуң, Нәзир Нәзим улының нисек итеп дингә килеүе тураһында ла ҡыҙыҡһынып үттем.
- Аңлатып китеүемсә, үҙем – мәсет төҙөүҙә ҡатнашҡан Хәйрулла бабай нәҫеленән булам. Стәрлебаш районы Йәшергән ауылы мәктәбен тамамлағас, Ырымбур өлкәһе Быҙаулыҡ ҡалаһында урынлашҡан ауыл хужалығы техникумына уҡырға индем. Армияла ике йыл хеҙмәт иткәндән һуң, бында, Иҫке Ишембайға Хәйрулла бабайҙың йортона килдем. Ошо яҡтарҙа төпләнергә тигән теләк тә бар ине. Эргәләге “Ишембай машиналар эшләү заводы”на мастер булып эшкә урынлаштым, һуңғы йылдарҙа унда производствоны матди яҡтан әҙерләү цехы начальнигы булдым. Артабан “Газсервис” ойошмаһында эшләргә тура килде, - ти Нәзир хәҙрәт. – Иман юлына баҫыуыма килгәндә, беҙҙең нәҫел дин әһелдәренән тора. Әсәйем яғынан ике ҡарт олатайым да мулла булған. Ҡулға алынған Хәйривара ҡарт олатайым нәҫелдә – 13-сө имам. Сәйәхетдин ҡарт олатайым, 1947 йылда төҙөлөп, рөхсәт буйынса 1956 йылда ғына сафҡа индерелгән Йәшергән мәсетенең тәүге имамы булып һайлана. Мин ошо мәсет ҡаршыһында үҫтем. Ишембай мәсетенә 1994 йылдан йөрөй башланым, быға тиклем дә ураҙаларҙы һәм башҡа дини йолаларҙы үтәп бара инем. Тәү тапҡыр Рамаҙан айында аяҡ баҫҡан ошо мәсеттә һабаҡ алып сыҡтым. Яҡташтарыма ла динде аңларға ынтылырға кәңәш итәм. Беҙҙең бурыс – кешене төҙәтеү түгел, ә ислам дине асылын еткереү.
Нәзир ағай Ғәлиев хәләл ефете – Рәзидә Хәмит ҡыҙы менән заводта эшләгән саҡта таныша һәм ғаилә ҡороп ебәрә. Көндөҙ улар – эштә, кисен Өфө дәүләт авиация
техник университеты филиалында уҡыйҙар. Шулай итеп, икәүләшеп юғары белем тураһында диплом алыуға өлгәшәләр. Шул уҡ ваҡытта Рауил, Динислам, Әҙилә һәм Нурия исемле балаларға матур, өлгөлө тәрбиә бирәләр – уларҙың йортонда бер ҡасан да «хәрам» тигән төшөнсәне биргән әйберҙәр һәм күренештәр булмай. Әлеге мәлдә Рәзидә ханым ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан сауҙа йортонда мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн кейем кибете тота. Шул уҡ ваҡытта иренә мәсет сараларында ярҙамлашып
өлгөрә.
Ғәлиевтарҙың өлгөлө ғаиләһенә изге эштәрендә ҙур уңыштар юлдаш булһын, артабан да уларға арымай-талмай кешеләргә ярҙам итергә насип итһен!
Автор фотолары.