

Быйыл 29 октябрҙә Рәсәй гвардияһының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәте 70 йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә ул һаҡсылар һағынан алып мөлкәтте һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итә алған подразделениеға тиклем ҡатмарлы юл үтте.
1952 йылда республикала, шул иҫәптән Ишембай районында ла ведомствонан тыш һаҡ бүлеге ойошторола, уның подразделениелары әлеге көнгә тиклем үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы уңышлы башҡара. Юбилей датаһы алдынан “РФ милли гвардия ғәскәрҙәренең БР буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы - Ишембай районы буйынса ведомствонан тыш һаҡ бүлеге начальнигы полиция майоры Александр Фридрихович Едих менән әңгәмәләштек.
- Ведомствонан тыш һаҡ бүлегенең хәҙерге эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Беҙҙең бүлек бөтә милек формаһындағы объекттарҙы - граждандарҙың биналары һәм фатирҙарынан алып автомобилдәренә тиклем сифатлы һаҡлау менән тәьмин итә. Көн һайын квалификациялы хеҙмәткәрҙәр патруллек итеү маршруттарында хеҙмәт итә, хоҡуҡ тәртибен һаҡлай. “Тревога!” сигналын алғас та, ҡулға алыу төркөмө экипажы объектҡа килә, сәбәбен асыҡлай. Хоҡуҡ боҙоу осрағы булған саҡта РФ ҡануниәтенә таяна.
Ведомствонан тыш һаҡ бүлеге хеҙмәткәрҙәре полиция бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм дислокация системаһында эшләй. Төп бурыс булып мәғариф учреждениеларының, социаль әһәмиәтле һәм башҡа объекттарҙың хәүефһеҙ эшләүен тәьмин итеү тора.
- 2016 йылда ведомствонан тыш һаҡ бүлеге Рәсәй гвардияһы составына инде. Үҙгәртеп ҡороуға бәйле нимәлер үҙгәрҙе?
- Үҙенең эшмәкәрлеге ваҡытында беҙҙең хеҙмәт күп тапҡырҙар һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерҙе, әммә уның тәғәйенләнеше үҙгәрешһеҙ ҡала - матди ҡиммәттәрҙе ышаныслы дәүләт һаҡлауы менән тәьмин итеү, уларҙы енәйәти ҡул һуҙыуҙарҙан һаҡлау. Беҙ элеккесә граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең милек мәнфәғәттәрен яҡлауҙы арттырыу, шулай уҡ һаҡланған объекттарҙың һәм торлаҡ секторының террорға ҡаршы тотороҡлолоғон көсәйтеү, енәйәттәрҙе иҫкәртеү, төбәк биләмәһендә енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса бурыстарҙы хәл итәбеҙ.
- Хеҙмәткәрҙәрегеҙ халыҡтың мөлкәтен һаҡлауҙы нисек тәьмин итә?
- Беҙҙең хеҙмәттә иң күп һанлы звено - ул ҡулға алыу төркөмдәренең полиция хеҙмәткәрҙәре. Тап улар тәүгеләрҙән булып бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итеү, уларҙың милкен һаҡлау өсөн ваҡиға урынына сыға. Объекттың хәүефһеҙлеге буйынса техник саралар яуап бирә. Объекттарҙың яртыһы GSM каналы буйынса һаҡлана, йәғни улар бинанан сыҡҡанда блокта үҙҙәренең кодын ҡуя һәм объект техник һаҡлау саралары һағында ҡала. Һаҡланған объектҡа инергә маташҡан осраҡта ҡулға алыу төркөмдәре кисекмәҫтән иғтибар итә, уларҙың законһыҙ эш итеүгә юл ҡуймауға хоҡуғы бар.
- Эшегеҙ ни тиклем һөҙөмтәле?
- Ишембай районының ведомствонан тыш һаҡ бүлеге бөтәһе 479 граждандың йәшәү һәм милекте һаҡлау урынын, 505 төрлө милек формаһындағы объектты һаҡлай. 2022 йылда һаҡланған объекттарҙа бер тапҡыр ҙа урлашыуға юл ҡуйылманы.
- Һеҙгә хеҙмәткәрҙәр талап ителәме?
- Беҙгә полицейскийҙар-водителдәр һәм өлкән полицейскийҙар талап ителә. Улар - ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткән, физик яҡтан көслө һәм үҙҙәренең әхлаҡи-эшлекле сифаттары буйынса Рәсәй гвардияһындағы хеҙмәткә яраҡлы граждандар.
- Байрам уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә әйтер теләктәрегеҙ?
- Ведомствоның барлыҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына 70 йыл буйына закон һәм хоҡуҡ тәртибе һағында торғанығыҙ, мөһим дәүләт һәм башҡа объекттарҙы һаҡлауҙы тәьмин иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был изге һәм маҡтаулы миссия, шулай уҡ халыҡ, ил һәм закон алдында оло яуаплылыҡ. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ иғтибарлылыҡ, оперативлыҡ, ҡарар ҡабул итеүҙә ҡыйыулыҡ, ауырлыҡтарҙы йырып сыға белеүҙе талап итә. Һеҙ - сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм бурысҡа тоғролоҡ өлгөһө.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, хәрби кәйеф теләйем!
***
Азамат Ғүмәров 1997 йылда “РФ милли гвардия ғәскәрҙәренең БР буйынса ведомствонан тыш һаҡ идаралығы” федераль дәүләт ҡаҙна учреждениеһы филиалы - Ишембай районы буйынса ведомствонан тыш һаҡ бүлегендә ябай милиционер булып эш башлай һәм взвод командирына тиклем үрләтелә. 2015 йылда хаҡлы ялға сығып, өс йыл тирәһе ситтә йөрөгәс, кире яратҡан һәм өйрәнгән хеҙмәтенә ҡайта. Әле Азамат Рауил улы гараж начальнигы булып эшләй.
- Был бүлектә эшләү өсөн физик әҙерлек тә, закондарҙы белеү ҙә, ҡорал менән эш итергә өйрәнергә лә кәрәк. Башта хеҙмәт ауыр булды, аҙаҡ барыһына ла өйрәндем. Бында миңә бик оҡшай. Бер ҡыҙык осраҡ иҫкә килеп төштө. Беҙ магазиндар һаҡлайбыҙ бит инде. Шулай бер төнгө өстәр тирәһе магазиндың сигнализацияһы эшләп китте. Хужаһын саҡырттыҡ, ул сауҙа йортоноң ишеген асты. Магазинға килеп индем, мөйөштә бер ир тора. Ҡурҡышымдан шунда автоматты төшөрөп ебәрә яҙҙым. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул кеше маникен булып сыҡты, - ти Азамат Ғүмәров.
Автор фотолары.