

Кисә, 27 октябрҙә, “Тура бәйләнеш” ваҡытында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дүрт сәғәттән ашыу республика халҡы һәм журналистар һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.
Осрашыу һуңында үҙ һорауын “Торатау” гәзитенең баш мөхәррире Гөлнур Артыҡаева ла йүнәлтте: “Көнбайыш илдәренең әлеге мәлдәге Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәте “Торатау” геопаркын ЮНЕСКО глобаль селтәренә индереү мәсьәләһенә йоғонто яһай аламы?”
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, ЮНЕСКО белгестәре быйыл февраль айындағы ваҡиғалар барған мәлдә “Торатау” геопаркында булған. Былар уларға йоғонто яһаманы – улар бит ғалимдар. Улар бындай мөнәсәбәтте үҙ етәкселегенә лә еткергәндер, тигән ышаныста Башлыҡ. Радий Хәбиров фекеренсә, ЮНЕСКО сәйәсәткә ҡараған институт, әммә республика хөкүмәте был йүнәлештә үҙ эшен туҡтатмай һәм кәрәкле һөҙөмтәгә ирешәсәк.
Фото: скрин видео