Йәмғиәт
26 Октябрь 2022, 07:00

“Станок артында эшләү – ирҙәр эше генә түгел”, - тип иҫәпләй Ғәлиә Байрамова

Ғәлиә Байрамова “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционерҙар йәмғиәтендә механика цехында һанлы программа менән идара итә торған станоктар операторы булып эшләй. Ошо көндәрҙә предприятиеның 45 йыллығы һәм Машина эшләүселәр көнө уңайынан ул предриятиеның Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.

“Станок артында эшләү – ирҙәр эше генә түгел”, - тип иҫәпләй Ғәлиә Байрамова“Станок артында эшләү – ирҙәр эше генә түгел”, - тип иҫәпләй Ғәлиә Байрамова
“Станок артында эшләү – ирҙәр эше генә түгел”, - тип иҫәпләй Ғәлиә Байрамова

- Предприятиебыҙҙың юбилейын барлыҡ хеҙмәткәрҙәр ҙә дөйөм ҙур байрам булараҡ тулҡынланып көтөп алды, - ти Ғәлиә Байрамова. – Әммә был иҫтәлекле ваҡиға уңайынан бүләкләнеүселәр рәтендә мин дә булырмын тип уйламағайным. Заводтың тәжрибәле, хөрмәтле инженерҙары, мастерҙары, хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттә торған мәлдә тулҡынланыу, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ тойғоһон да кисерҙем.

Был Маҡтау грамотаһы – Ғәлиә Минихан ҡыҙының беренсе һөнәри наградаһы һәм, әлбиттә, һуңғыһы түгел. Сөнки тырыш хеҙмәткәр билдәләүенсә, ул үҙ булмышын “Витязь” машиналар эшләү кампанияһы” менән аныҡ бәйләгән. Хаҡлы ялға тиклем эшләп, үҙенә алмашҡа улдарын да алып килмәксе. Балаларҙа иһә әсәй эшенә ҡыҙыҡһыныу завод музейына экскурсия мәлендә ике звенолы вездеходтарҙың макетын күргәндән һәм уларҙың үҙенсәлектәре тураһында һөйләүҙәрҙе ишеткәндән һуң барлыҡҡа килә.

- Ун бер йәшлек Артур улым күптән түгел һанлы программа менән идара итә торған станокта эшләйәсәге тураһында белдерҙе. Күберәк сәнәғәт темаһына һөйләшә башланы. Биш йәшлек Динар ҙа ағаһынан ҡалышмай, - тип йылмая Ғәлиә. – Завод минән тыш ғаиләбеҙҙә йәнә бер кеше өсөн икенсе йортҡа әйләнде. Һигеҙ йыл элек минең менән бергә һеңлем Алиса ла бында эшкә урынлашты. Ябай эшсе итеп хеҙмәт юлын башлаған туғаным хәҙер мастер булып эшләй.

Ғәлиә Байрамова машина етештереүҙе һәм станок артында эшләүҙе ирҙәр хеҙмәте тигән төшөнсә менән килешмәй. Гимназияла уҡыған йылдарында уҡ класташтарынан алда ҡайҙа уҡырға барырын һәм кем булырын яҡшы белә. Ул йылдарҙы уҡ ҡыҙ черчение һәм теүәл фәндәрҙе үҙ итә.

- Туғыҙынсы кластан һуң һөнәрселек колледжына уҡырға инеп, уны тик бишле билдәләренә генә тамамлағандан һуң заводҡа эшкә килдем, - тип хәтерләй Ғәлиә Минихан ҡыҙы. – Эшкә, коллективҡа өйрәнергә тура килмәне, сөнки производство практикаһын үткән коллективҡа эләктем. Мине үҙ кеше итеп ҡабул иттеләр.

Уҙған йылдар эсендә йәш хеҙмәткәр күп нәмәгә өлгәшә: юғары уҡыу йортоноң технология-иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамлай, цехта хөрмәт ҡаҙана, хәҙер иһә шәхси һөнәри наградаһы ла бар. Хеҙмәткәрҙең маҡсаты – яуланған ҡаҙаныштары менән генә сикләнеп ҡалмай тағы ла юғары үрҙәргә ынтылыу. Һөнәри яҡтан камиллашаһы, үрләйһе үрҙәре алда әле Ғәлиәнең.


Фото “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” архивынан.

Автор:Эдуард ЖИВИТЧЕНКО
Читайте нас