

Ошо көндәрҙә Яңы Әптек мәҙәниәт йортоноң “Тамаша” халыҡ театры ҡыҙҙары Гәүһәр һәм Баязит Латыповтар йортона өйрәк өмәһенә йыйылды. Латыповтар ғаиләһе йыл да 30-40-лап ҡаҙ, өйрәк, бройлер тауыҡтары аҫрай.
- Өйрәкте быйыл яҙ көнө ике аҙналыҡты һатып алдыҡ. Беҙгә мулард тоҡомо оҡшай. Ите ҡаҙҙыҡы һымаҡ тәмле лә, ныҡ майлы ла түгел. Балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе үҙ көсөбөҙ менән аҫрап үҫтергән ҡош, мал ите менән тәьмин итеп торабыҙ, - тип уртаҡлашты Гәүһәр апай. – Шуныһы ҡыуаныслы, ауылда йәшәгән дуҫтарыбыҙ, күршекүлән дә ҡош-ҡорт аҫрай. Көҙөн бер-беребеҙгә сиратлап өмәләргә йөрөп ярҙамлашабыҙ. Шулай иткәндә эш ялҡытмай, ҡаҙ-өйрәк өмәләре бер матур иҫтәлек булып күңелдә һаҡлана. Бергәләп тырышып эшләгәндә донъя шулай алға бара ул!
Иҫән-һау ашарға, ошондай күңелле мәлдәрҙә генә осрашырға яҙһын.
Фото Гәүһәр Латыпова архивынан.