Йәмғиәт
22 Октябрь 2022, 12:00

Арҡа терәр атайың булһын

16 октябрь – Атайҙар көнө

Арҡа терәр атайың булһынАрҡа терәр атайың булһын
Арҡа терәр атайың булһын

Денис Хановты Ишембай халҡы яҡшы белә. Ул тыуған көндәр, туй тантаналарын алып барыусы булараҡ тиҙ арала халыҡ һөйөүен яулап өлгөрҙө. Тамада ғына түгел, ышаныслы тормош иптәше, хәстәрлекле атай, тырыш хеҙмәткәр ҙә ул.

Сығышы менән Денис Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан. Кәләше – районыбыҙҙың Ишәй ауылы ҡыҙы Эльмира менән теүәл ун йыл элек тыуған районында “Хыял” балалар-һауыҡтырыу лагерында вожатый булып эшләгәндә таныша. Йәштәр араһында уртаҡ сифаттар ҙа байтаҡ була, мәҫәлән, икеһенең дә тыуған көндәре 16 декабрь (биш йыл айырма менән). Оҙаҡҡа һуҙмай осрашып-дуҫлашып йөрөгәндән һуң Эльмира менән Денис 2013 йылдың йәйендә никах уҡыта, ә ҡышын туйҙары була. Шул мәлдән алып Денис - Ишембай кейәүенә, Эльмира – Миәкә килененә әйләнә.

Нәҫеле бар – нығыр, тигән боронғолар. Тимәк, атай – нәҫел башы. Был йәһәттән Денис Хановтың нәҫелен дауам итеүсе ике уланы үҫеп килә. Өлкән улы Даниэль – икенсе класс уҡыусыһы. Кикбоксинг секцияһында шөғөлләнә. Биш йәшлек Ранель балалар баҡсаһына йөрөй.

- Улдарым – байлығым! Тормошомдоң төп мәғәнәләре улар. Уңыштары менән ҡыуандырып торалар, йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәйҙәр. Бының өсөн һөйөклө ҡатыным Эльмираға рәхмәтлемен, - ти Денис.

Атаһынан күргән – уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле. Даниэль менән Ранель да атай-әсәйҙәренә оҡшап шуҡтар, кеше менән уртаҡ тел табыуға маһирҙар. Һүрәт төшөрөргә, конструктор йыйырға, туп тибергә оҫталар. Киләсәктә яҡшы белгес булып, тыуған илдең ғорурланырлыҡ улдары булырға теләйҙәр.

2016 йылда Денис тәүге тапҡыр алып барыусы булып байрам тантанаһын үткәрә. Ә инде 2017 йылдан был шөғөл уртаҡ ғаилә эшенә әүерелә. Эльмира бар яҡлап та тормош иптәшен ҡеүәтләп тора: музыка аппаратураһы артында ултырып ярҙамлаша, профессиональ фотограф та ул. Был йүнәлештә камиллашып, замана менән бергә атларға тырыша Хановтар. Ағымдағы йылдың апреленән Денис “Газпром Нефтехим Салауат” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең янғын-ҡотҡарыу бүлегендә янғын һүндереүсе булып эшләй.

- Эшем яуаплы ла, мөһим дә, ҡыҙыҡлы ла. Миңә ул аяғымда ныҡлы баҫып тороу мөмкинлеген бирә. Минең өсөн ғаиләмдең, балаларымдың яҡты киләсәге, ышаныслы иртәгәһе мөһим, - ти Денис. – Тормош мәғәнәһен ғаиләлә, нәҫелдең дауам итеүендә күрәм. Һәр ата-әсә лә үҙ балаһына яҡшы тәрбиә бирергә бурыслы. Ә бала иһә үҙ ата-әсәһенән яҡшыраҡ, аҡыллыраҡ була икән – был оло бәхет.

Денис улдарын үҙ миҫалында, уларға һәр яҡлап та өлгө күрһәтеп тәрбиәләй. Ул - сәләмәт тормош алып бара, ғаиләһенә ныҡлы терәк-таяныс. Атай абруйы көслө Хановтар ғаиләһендә. Атайлы бала – арҡалы бала, тиҙәр. Атайлы булһын балалар!

 


Фотолар Хановтар ғаиләһе архивынан.

Арҡа терәр атайың булһын
Арҡа терәр атайың булһын
Арҡа терәр атайың булһын
Арҡа терәр атайың булһын
Арҡа терәр атайың булһын
Автор:Гөлназ Ғиниәтуллина
Читайте нас