

Иртәнге ашты өлгөртөү өсөн таңдан тороп тәмле ризыҡтар хәстәрләгән ашнаҡсылар һәм аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре 20 октябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне.
Маһинур Шәрипова ла 23 йыл дауамында аҙнаһына биш көн иртәнге алтынан эш урынында. Ул ҡаланың “Аҡсәскә” 18-се балалар баҡсаһында шеф-ашнаҡсы булып эшләй.
- Балалар баҡсаһында көнөнә биш тапҡыр ашатыу ҡаралған. Туҡланыу сифатлы, файҙалы булырға тейеш. Беҙҙең эшебеҙгә иң ҙур баһа – балалар ашап сыҡҡандан һуң буш ҡалған тәрилкәләр, “Тәмле булды!”, “Рәхмәт” тигән һүҙҙәре, - ти Маһинур Әйүп ҡыҙы. – Үҙ эшеңде яратып эшләгәндә генә аҙыҡ өйҙәге кеүек тәмле килеп сыға, ҡамыр аштары уңып бешә. Аҙнаһына бер тапҡыр мотлаҡ ҡоймаҡ ҡоябыҙ, ваҡ бәлеш бешерәбеҙ. Уны балалар көтөп ала, яратып ашай. Үҙемдең ике балам да ошо балалар баҡсаһына йөрөнө. Шуға бындағы һәр балаға ла үҙемдекеләргә кеүек ҡарайым.
Аш бүлмәһендә Маһинур Шәрипова оҙаҡ йылдар ашнаҡсы Наталья Прокофьева менән бергә эшләй. Үҙ коллективынан уңыуын, бер ғаилә кеүек эшләүҙәрен дә һөйөнөс менән һөйләй шефашнаҡсы. Кемдә шатлыҡ, кемдә ҡайғы – барыһы ла уртаҡ бында. Балалар баҡсаһы мөдире иһә хеҙмәткәрҙәргә уңайлы эш шарттарын тыуҙырыу
өсөн ҙур тырышлыҡ һала.
Маһинур Шәрипова – Аҙнай ауылы ҡыҙы. Мәктәпте тамамлағас, Ишембай ҡалаһының 65-се һөнәрселек колледжында һөнәр ала.
- 1999 йылда ошо октябрь айында “Аҡсәскә” балалар баҡсаһы эргәһенән үтеп китеп барышлай “эш урыны юҡмы икән”, тип һорашырға ғына ингәйнем, медосмотр үтеп 3 ноябрь эшкә лә сыҡтым, - тип хәтерләй ул.
Бар булмышын ашнаҡсы хеҙмәтенә бағышлаған һөйөклө ҡатын, бәхетле ике бала әсәһе лә Маһинур Әйүп ҡыҙы. Тап уның кеүек һөнәр оҫтаһы барҙа улҡыҙҙарын балалар баҡсаһына килтергән ата-әсәгә һис кенә лә борсолорға түгел. Улар һәр саҡ йылы аш, тәмле, файҙалы ризыҡ менән туҡланасаҡ.
Фото Маһинур Шәрипова архивынан.