Йәмғиәт
19 Октябрь 2022, 08:00

Хәҙрәт юлы

Үткән быуат башында Хабибрахман Хөсәйенов исемле ауыл муллаһы булған. Уны хәҙрәт тип тә йөрөткәндәр. Беҙҙең атай-әсәйҙәр һөйләүе буйынса, ул бик һәйбәт кеше булған. Хәҙрәт үҙенең ерендә күп итеп иген сәскән. Оҙон ҡыштарҙа ашлыҡһыҙ ҡалған халыҡ, йәй көнө бесән, ураҡ эштәрендә ярҙам итәсәкбеҙ тип, хәҙрәттән үтескә иген алған.

Хәҙрәт юлыХәҙрәт юлы
Хәҙрәт юлы

Ауылда хәҙрәттең тимер башлы матур өйө бар ине. Колхоздар ойоштороу башланғас, нахаҡҡа бәлә яғып, уның мал-мөлкәтен тартып алып, үҙен атҡандар. Әлеге хәҙрәт иҫән сағында ауыл халҡын ойоштороп, өмә итеп, Кәбәс ауылына тиклем юл эшләткән. Уны бөгөн дә Хәҙрәт юлы тип йөрөтәләр. Ул Береш менән Егән тоташҡан урында, йылғаны сыҡҡас та башлана, көнсығышҡа ҡарап китә, оҙонлоғо ике километрға етә, бик текә урындары ла була торғайны.
Хәҙер халыҡ был урындан йөрөмәй. Ошо юл башланған ерҙә таш вата торған кувалда ята торғайны. Менгән ваҡытта ошо оло сүкеште тотоп менеп, таштарҙы ватып барыу мотлаҡ булған. Тауҙың башына менеп еткәс, кувалданы ҡалдырғандар, аҫҡа табан атлаусылар ҙа уны алып, таш ватып төшкән. Был Ғүмәрҙән Кәбәс ауылына тиклем булған оҙон сәйәхәтте ҡыҫҡартҡан 15 километрлыҡ бик тура юл һанала.
Хәҙрәт юлына Ғәли юлы тип йөрөтөлгәне лә килеп ҡушыла. Ғәли юлы тауҙың башында шул тиклем матур, тигеҙ, шунан килеп ҡапыл текә ерҙән төшөргә тура килә. Был текә урында Ғәли тигән бер йәш егет осҡайны заманында. Бер ваҡыт Имаметдин ағай менән Ҡайраҡлы яланынан бесән тейәп ҡайтҡанда шул юлдан төшөргә тура килде. Имаметдин ағай өс тәгәрмәсенә тышау һалды, мин, ҡурҡып, дүрт тәгәрмәскә лә тышау һалдым. Имаметдин ағай миңә артҡа баҫрауыңдың осона ғына ятып бар, тине. Шыуып китеп, ат менән арба араһына төштөм. Минең ат ҡурҡып кешнәп ебәрҙе. Күҙҙән йәш килеп сыҡты, шул тиклем тетрәндем. Ярай әле ҡайтып еткәнсе иҫемде йыйҙым.
Хәҙрәт юлының да мажаралы урындары күп кенә. Бер урынды Муса төкөгән тип йөрөтәләр. Арбаһына мүк тейәп, Муса тигән йәш егет төшөп килгәндә, тышауы өҙөлөп китеп, аты ағасҡа килеп төкөлә. Ағасты йығып, атты саҡ ҡотҡарып алып ҡалғандар.
Шул уҡ урынды Ғайсатөкөгән тип тә йөрөтәләр. Ғайса ағай улы Юлай, Миңлеяр Вахитов тигән танышы менән әлеге шул мүккә барған. Был хәл һуңғараҡ булғас, юл киңәйтелгән, Муса төкөгән ағасты ла метрҙан бейегерәк ҡалдырып, ҡырҡҡан булғандар. Ә был икәү тағы ла шул уҡ ерҙә ошо төмөзгә төкөлгән.
“Атай, был урынды хәҙер Ғайса төкөгән тип йөрөтөрҙәрме икән?” тип һораны Юлай атаһынан”, – тип Миңлеяр һөйләгәйне аҙаҡ. Ғайса ағай киткән ҡыҙып, күрһәтермен мин һеҙгә Ғайса төкөгәнде, тип төмөздө тамырынан ҡаҙҙырған. Шунан бирле был урын ике исем менән йөрөтөлә.



Ишембай районы Ғүмәр ауылы

 

Фото: vk.com/club73607076

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас